Яңы байрамдың әһәмиәте ҙур19.02.2013
2013 йыл Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышы өсөн иҫтәлекле: 12 декабрҙә Рәсәй Конституцияһына һәм Рәсәй Парламентына 20 йыл тула. Төп Законды ҡабул итеү һәм Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышына тәүге һайлау үткәреү юғарғы власты ойоштороу системаһын үҫтереүҙә төп ваҡиға булып торҙо.

Былтыр Парламентаризм көнө тураһында федераль закон ҡабул ителде. Быйыл 27 апрелдә был байрам тәүге тапҡыр билдәләнәсәк. 1906 йылдың тап ошо көнөндә Санкт-Петербургтың Таврия һарайында Рәсәй империяһының иң юғары вәкиллекле органының тәүге ултырышы тантаналы рәүештә асылған.
Закон проектын Дәүләт Думаһына тәҡдим итеп, Конституцион ҡануниәт һәм дәүләт төҙөлөшө буйынса комитет рәйесе В.Н. Плигин: “Парламенттың тарихи әһәмиәте һәм тәғәйенләнеше социаль тетрәнеүҙәргә юл ҡуймауҙан, йәмғиәттең йылдам үҫешен һәм тотороҡлолоғон тәьмин итеүҙән, уның ағзаларының хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын теүәл үтәүҙән тора. Иҫтәлекле даталарҙы Рәсәй парламентаризмы көнө менән тулыландырыу Рәсәй парламенты һәм Федерация субъекттарының закондар сығарыу (вәкиллекле) органдары ниндәй әһәмиәткә эйә булыуын аңларға, шулай уҡ граждандарҙы ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлеккә ылыҡтырырға ярҙам итергә тейеш”, — тип билдәләгәйне.
Уҙған 20 йыл эсендә илебеҙҙә сәйәси йәһәттән ҙур үҙгәрештәр булды. Мәҫәлән, 1993 йылда бөтә халыҡтың тауыш биреүе юлы менән ҡабул ителгән Рәсәй Конституцияһы кешенең хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын иң юғары ҡиммәттәр тип иғлан итте, шуның менән шәхес, йәмғиәт һәм дәүләттең үҙ-ара мөнәсәбәттәренән яңы алымдарҙы гарантияланы. Ошо йылдарҙа демократик сәйәси системаһы булған ысын хоҡуҡи дәүләт төҙөүгә өлгәштек. Шуны билдәләргә кәрәк: дәүләттең һөҙөмтәлелеге күп йәһәттән закондар сығарыу власының үҫешенә бәйле. Илдең бөтөнлөгө һәм халыҡтың именлеге төрлө мәнфәғәттәрҙең дөйөм уртаҡлығына әйләнгән саҡта ғына парламент ысын-ысындан демократик власть органына әүерелә.


Вернуться назад