Килешеү менән дә еңеп була19.02.2013
Грузия бөгөн сәйәси көрсөк кисерә: бында ысын мәғәнәһендә власть өсөн көрәш бара. Президент Михаил Саакашвили менән премьер-министр Бидзина Иванишвили араһында барған ығы-зығы арҡаһында ябай халыҡ зыян күрә – көндәлек мәсьәләләр хәл ителмәйенсә ҡала.
Хәл-ваҡиғаларҙың ошондай боролош алырын, әлбиттә, Михаил Саакашвили көтмәгәйне. Ул, ике мөҙҙәт рәттән илгә идара иткәс, конституция талабы буйынса өсөнсөгә һайлана алманы, шуға ла үҙе власта саҡта илде парламент республикаһы итеү өсөн күп көс һалды, Төп Законға үҙгәрештәр индертте. Барыһы ла ул уйлағанса ғына барһа, быйыл ғинуарҙа уҡ ул президент кәнәфиенән премьер-министрҙыҡына күсеп ултырып, артабан да хакимлыҡ итергә тейеш ине. Әммә пландары бойомға ашмай ҡалды. Һайлауҙа уның “Берҙәм милли хәрәкәт” партияһы еңелеүгә дусар булды. Ә быға тиклем оппозицияла булған “Грузин хыялы” партияһы еңеп сыҡты һәм, парламентта күпселекте тәшкил иткән фирҡә етәксеһе булараҡ, Бидзина Иванишвили премьер-министр вазифаһына тәғәйенләнде. Грузия парламент республикаһы итеп үҙгәртеп ҡоролғас, илгә идара итеү буйынса барлыҡ вәкәләттәр премьер-министр ҡулына күсте, ә президент бер ниһеҙ тороп ҡалды.
Дөрөҫ, Саакашвили парламентты тарҡатып, яңы һайлау ойошторорға хоҡуҡлы. Президентлыҡ мөҙҙәте быйыл октябрҙә тамамлана, ошо ваҡытҡа тиклем ул нимәлер булһа ла эшләп ҡалырға тырыша. Иванишвили ҙа тик ятмай, тегеһенең арҡаҙаштарына ысын мәғәнәһендә "һунар" иғлан итте. Саакашвили ярҙамында яуаплы вазифа биләгән чиновниктар бер-бер артлы төрмәгә оҙатыла, уларға төрлө ғәйеп тағыла. Хәҙер "эрерәк балыҡ ҡаптырмаҡсылар”— яңыраҡ илдең элекке премьер-министры Вано Мерабишвили менән һаулыҡ һаҡлау министры Зураб Чиаберашвили прокуратураға саҡыртылған. Әлегә улар шаһит булараҡ ҡына сығыш яһай. Хәл-ваҡиғалар көсөргәнешле килеш ҡалһа, уларға ла ғәйеп таҡмаҡсылар.
Ошондай шарттарҙа хәл-ваҡиғалар тағы ла көсөргәнешлерәк төҫ ала. 8 февралдә президент Михаил Саакашвили илдең Милли китапханаһында “Илдәге хәл тураһында” доклад менән сығыш яһарға тейеш була, әммә уны был бинаға яҡын да юлатмайҙар – урамдағы ярһыған халыҡ (уларҙың байтағы — иреккә сығарылған элекке сәйәси тотҡондар) уның кортежының юлын быуа. Протест акцияһында ҡатнашыусылар президенттың отставкаһын талап итә. Сыуалыш барышында “Берҙәм милли хәрәкәт” партияһы депутаттарының бер нисәүһен туҡмап ташлайҙар хатта. Полиция бер ни ҡыла алмай. Һөҙөмтәлә Саакашвили Милли китапханаға үтә алмай һәм үҙ сығышын кисектерергә мәжбүр була. Һуңынан үҙенең резиденцияһында ғына телмәр тота. Бында ла уға тыныс ҡына һөйләргә ирек бирмәйҙәр: меңәрләгән демонстрант тиҙ арала президент һарайын уратып ала. Саакашвили илдә ғәҙәттән тыш хәл иғлан итә ҡалһа, ошо бинаны штурм менән яулап аласаҡтарын белдерәләр. Шул мәлдә президент һарайынан АҠШ илсеһе Ричард Норланд килеп сыға һәм ярһыған халыҡ алдында үҙе сығыш яһай башлай. Ул халыҡты тынысланырға саҡыра, президент менән премьер-министрға ил мәнфәғәте хаҡына килешеү юлына барырға кәрәклеген аңғарта, кисекмәҫтән хеҙмәттәшлек итә башларға кәңәш бирә.
Ошо уҡ көндө тағы ла бер ғәжәпләнерлек ваҡиға булып ала: “Маэстро” телеканалы илдәге сәйәси хәл-ваҡиғаларға бәйле тапшырыу әҙерләү маҡсатында парламентта күпселекте тәшкил иткән партия вәкиле Кобой Давиташвили менән әҙселекте тәшкил итеүселәрҙән Серго Ратианиҙы тура эфирға саҡыра. Алып барыусы журналистың һорауҙарына яуап биреп ултырған мәлдә улар бер-береһен битәрләй башлай һәм шунда һуғышып китәләр. Һаҡ хеҙмәткәрҙәре уларҙы саҡ айырып ала.
Илсегә үлем юҡ, тиҙәр халыҡта. Америка Ҡушма Штаттары илсеһе Ричард Норландтың сығышы халыҡты бер аҙ һыуынырға мәжбүр итә. Саакашвили ҙа тәүбәгә килгәндәй була һәм Иванишвили Хөкүмәтен отставкаға ебәрмәйәсәген белдерә. Һуңғараҡ ул хатта тап ошо маҡсатта Төп Законға үҙгәрештәр индереүгә ризалығын әйтә. Иванишвили ҙа президенттың мәрхәмәтенә ыңғай яуап бирә – илдең НАТО-ға ағза булып инеүенә конституция буйынса гарантия вәғәҙәләй.
Шулай итеп, үткән аҙнала президент менән премьер-министр килешеү йүнәлешендә тәүге аҙымын яһаны. Әммә уртаҡ хыял тиҙ генә бойомға ашмаҫтыр. Ни өсөн тигәндә, ил халҡының 60 процентҡа яҡыны эшһеҙ ятыуы, эске тулайым продукттың үҫешмәүе, хәйерселек, властағы тотороҡһоҙлоҡ — Евросоюзға ағза булып инеүгә етди кәртә. Бөгөн ЕС-тың үҙ проблемалары баштан ашҡан. НАТО-ға ағза булып инеү ниәтенең дә хыял ғына булып ҡалыуы ихтимал. Көньяҡ Осетия менән Абхазия мәсьәләһен хәл итмәй тороп, быға өлгәшә алмаҫтар.
Шулай ҙа Иванишвили үҙ маҡсатына өлгәшә алды тип әйтергә ерлек бар. Етмәһә, ул Рәсәй менән дипломатик мөнәсәбәттәрҙе тергеҙеү йүнәлешендә лә эш башланы. Грузин шарабын Рәсәйгә индереү тураһындағы килешеү — хеҙмәттәшлеккә беренсе аҙым. Ә был һис кенә лә Саакашвилиҙың планына кермәй ине. Быға өҫтәп, Грузия спортсыларына Сочиҙа үтәсәк Олимпиадала ҡатнашыу мөмкинлеге буласаҡ. Ҡыҫҡаһы, Саакашвилиҙың 2003 йылдан бирле алып барған сәйәсәтенең һуңғы сәғәттәре яҡынлаша.