Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы белдереүе16.02.2013
Күмертау, Нефтекама, Салауат ҡалалары ҡала округтарының, Архангел, Белорет, Бишбүләк, Яңауыл райондары муниципаль райондарының хәл иткес тауыш хоҡуғы менән территориаль һайлау комиссиялары ағзалары вәкәләттәренең ваҡытынан алда туҡтатылыуы һөҙөмтәһендә, “Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтары һәм референдумда ҡатнашыу хоҡуғының төп гарантиялары тураһында” Федераль закондың 29-сы статьяһының 6-сы пунктына ярашлы, Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы хәл иткес тауыш хоҡуғы менән яңы комиссия ағзаларын тәғәйенләү өсөн кандидатуралар буйынса тәҡдимдәр ҡабул итеүе тураһында иғлан итә.
Документтар ошо белдереү баҫылып сыҡҡандан һуң 20 көн дауамында түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450008, Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 46, эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске сәғәт 6-ға тиклем.
Өҫтәлмә мәғлүмәтте түбәндәге телефон аша алырға мөмкин: 250-66-22.


Вернуться назад