Республика делегацияһы — Ҡаҙағстанда16.02.2013
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов етәкселегендәге республика делегацияһы Ҡаҙағстан Республикаһының баш ҡалаһы Астанала булып ҡайтты.
2011 йылда тап Астана ҡалаһында Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының саммиты үткәрелгәйне. Республика делегацияһы Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса Ҡаҙағстан Республикаһының милли координаторы, Ҡаҙағстан Республикаһы Сит илдәр министрлығының махсус йомоштар буйынса илсеһе Шөһрәт Нурышев менән осрашты. Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек барышында күп яҡлы проекттарҙы бойомға ашырыу һәм үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлекте көсәйтеү алымдары тикшерелде.
Салауат Сәғитовтың Ҡаҙағстан Республикаһы мәҙәниәт һәм киң коммуникациялар министрының беренсе урынбаҫары Жанна Ҡорманғәлиева менән һөйләшеү барышында Башҡортостан менән Ҡаҙағстандың мәҙәни бәйләнештәрен артабан үҫтереү, берлектәге мәҙәни проекттарҙы бойомға ашырыу мәсьәләләре тикшерелде.
Шулай уҡ Ҡаҙағстан социологтар ассоциацияһы директоры урынбаҫары Юлия Кучинская менән осрашыу үткәрелде. “Социаль киңлек булараҡ, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл” ойоштороу тураһында һөйләшеп килешелде. Шулай уҡ Астанала һәм Өфөлә, Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан социология мәктәптәренә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, БР Фәндәр академияһының почетлы академигы, философия фәндәре докторы Нариман Айытовтың иҫтәлегенә арнап, “Айытов уҡыуҙары” фәнни социологик форумын үткәреү мәсьәләһе ҡаралды.
Делегация шулай уҡ саммитты үткәреү ваҡытында файҙаланылған инфраструктура объекттарын — Бойондороҡһоҙлоҡ һарайын, Тыныслыҡ һәм килешеү һарайын, “Ҡаҙағстан” дәүләт концерт залын ҡараны.