Йәштәргә йүнәлеш кәрәк16.02.2013
Республика Хөкүмәтендә йәштәргә һөнәри йүнәлеш биреү мәсьәләләренә арналған “түңәрәк өҫтәл” булды.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова үткәргән сарала республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, мәғариф министры урынбаҫары Владимир Аристархов, республиканың юғары уҡыу йорттары ректорҙары, эшҡыуарлыҡ вәкилдәре ҡатнашты.
— Республикала йәшәүсе хеҙмәткә яраҡлы халыҡтың 40 проценты — йәштәр. Төп эшмәкәрлек тап уларға йүнәлтелергә тейеш тә, — тине Лилиә Ғүмәрова.
Ленара Иванова фекеренсә, республикала был йәһәттән күп нәмә эшләнә, әммә даими ҡараш етмәй.

(Был хаҡта ентеклерәк мәҡәләне
гәзиттең киләһе һандарында уҡырһығыҙ).


Вернуться назад