Мәҙәниәткә иғтибар арта16.02.2013
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың киләһе 60-сы ултырышында егермеләп республика закон проекты ҡараласаҡ. Уларҙың тиҫтә самаһы закон статусын алыуға дәғүә итә. Был хаҡта республика парламентының Президиумы ултырышында билдәле булды.
Парламент ултырышының көн тәртибенә 45 мәсьәлә сығарыла.
Яңы закон проекттарынан “Халыҡ художество кәсептәре тураһында”, “Башҡортостанда шәхси медицина эшмәкәрлеге тураһында”, “Башҡортостанда ҡулланыусы кәрзине тураһында” һәм башҡалар өҫтөндә эш башланасаҡ. Шулай уҡ, республика парламенты депутаттары хәл итеүенсә, мартта “Башҡортостанда театр эшмәкәрлеген хоҡуҡи яҡтан көйләү проблемалары тураһында” парламент тыңлауҙары үтәсәк. Темаһы театр эшмәкәрлеге тип билдәләнһә лә, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе Рауил Бикбаев әйтеүенсә, тыңлауҙарҙа тулыһынса мәҙәниәт өлкәһе иҫәпкә алынасаҡ.
Киләһе ултырышта республика Контроль-иҫәп палатаһының 2012 йылдағы эш һөҙөмтәһе тураһында доклады тыңланыласаҡ. Әйткәндәй, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышын 26 февралдә үткәрергә ҡарар ителде.