Ҡоролоҡтан зыян күреүселәргә — субсидия14.02.2013
Башҡортостанда 2012 йылғы ҡоролоҡтан зыян күргән ауыл хужалыҡтарына субсидия бирелә башланы. Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо аҙна аҙағына субсидия күсереү тулыһынса тамамланырға тейеш.

Ауыл хужалығы етештереүселәренә тейешле сумма һәләк булған майҙандарҙың күләменә, бер гектарға һәм бер шартлы баш малға йәки ҡош-ҡортҡа субсидия ставкаһына ҡарап иҫәпләп сығарыла.
Башҡортостан Республикаһы ҡоролоҡтан зыян күргән ауыл хужалығы тауар етештереүселәренә субсидия менән ярҙам итеү өсөн федераль бюджеттан 495 миллион һум күләмендә аҡса алған 20 төбәк иҫәбенә инде. Ошо аҡсаның 322 миллион һумы эҫелек арҡаһында һәләк булған ауыл хужалығы культуралары өсөн түләүгә, 173 миллион һумдан ашыуы мал аҙығы алыуға тотонолған аҡсаның бер өлөшөн ҡайтарыуға йүнәлтелде.
Былтырғы ҡоролоҡ арҡаһында республиканың агросәнәғәт комплексына ҙур зыян килде, уның хаҡы 5,5 миллиард һумдан ашыу тип баһаланды. Республиканың 46 районында һәм өс ҡала округында ҡоролоҡ буйынса ғәҙәттән тыш хәл индерелгәйне. Сәсеүлектәрҙең биштән бер өлөшө юҡҡа сыҡты. Төньяҡ-көнсығыш һәм Урал аръяғы, шулай уҡ Ишембай, Ғафури һәм Ҡариҙел райондарында хәл айырыуса ҡатмарлы булды.


Вернуться назад