“Берҙәм Рәсәй” мөрәжәғәт менән сығыш яһаны14.02.2013
“Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк сәйәси советы президиумы, 2013 йылдың 8 сентябрендә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарын һайлау үткәрелеүен иҫәпкә алып, Башҡортостан Республикаһында теркәлгән бөтә сәйәси партияларға мөрәжәғәт менән сығыш яһаны.

“Берҙәм Рәсәй” партияһы, тиелә мөрәжәғәттә, үҙенең ролен һәм яуаплылығын аңлап, республикала ижтимағи-сәйәси хәлде тотороҡһоҙландырыуға йүнәлтелгән алымдарҙы ҡулланыуҙы, сәйәси партияларға һәм кандидаттарға ҡарата дөрөҫ булмаған мәғлүмәт һәм ялған белешмәләр таратыуҙы, шулай уҡ милли һәм дини дошманлыҡ тыуҙырыуға йүнәлтелгән технологиялар файҙаланыуҙы юл ҡуйылғыһыҙ, тип иҫәпләй.
Беҙ, тиелә мөрәжәғәттә, һайлау кампанияһында ҡатнашҡан һәр сәйәси партияны ихтирам итергә һәм уның фекерен мөмкин тиклем тулы иҫәпкә алырға саҡырабыҙ.
“Берҙәм Рәсәй” партияһы барлыҡ сәйәси көстәрҙе һайлаусыларҙың тауыштары өсөн эшлекле, әҙәпле һәм намыҫлы көрәшкә саҡыра. Беҙ республикалағы бөтә партиялар һәм йәмәғәт ойошмалары менән теләһә ниндәй мәсьәләләрҙе асыҡтан-асыҡ тикшереү яҡлыбыҙ.
“Берҙәм Рәсәй” Башҡортостан Республикаһында теркәлгән барлыҡ сәйәси партияларға “Намыҫлы һайлау өсөн” тигән килешеүгә ҡул ҡуйырға тәҡдим итә.


Вернуться назад