Башҡортостан АҠШ-та инвесторҙар эҙләй14.02.2013
Башҡортостан Республикаһы делегацияһының Америка Ҡушма Штаттарына визиты дауам итә. Делегацияны Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов етәкләй.
Визиттың төп маҡсаты — Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовтың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләнгән бурысты — инвесторҙар эҙләп табыуҙы — бойомға ашырыу. Делегация составына республиканың сәнәғәт һәм транспорт ведомстволары, Башҡорт дәүләт университеты вәкилдәре инә. Сәфәр барышында эшлекле осрашыуҙар һәм һөйләшеүҙәр үткәрелә. 11 февралдә Техас университетында (Сан-Антонио ҡалаһы) сәнәғәт инновация технологияларын үҫтереү, IT-парк булдырыу өлкәһендә хеҙмәттәшлек йүнәлештәре билдәләнде. Техас вузы — штатта иң йылдам үҫкән дәүләт университеттарының береһе. Бында 30 меңдән ашыу кеше белем ала.
Делегация ағзаларын студенттарҙың һәм уҡытыусыларҙың ғилми-тикшеренеү эштәрен коммерция нигеҙенә ҡороу тәжрибәһе айырыуса ҡыҙыҡһындырҙы. Университет “StarTech” махсус фонды менән хеҙмәттәшлек итә. Техас университетында булған саҡта, Башҡорт дәүләт университеты ректоры Әхәт Мостафин менән “StarTech” фонды президенты Джим Подж араһында хеҙмәттәшлек тураһында меморандумға ҡул ҡуйылды.
Иртәгәһен делегация ағзалары Далласта “Seaboard Asphalt Products Company” компанияһы заводында булды. Хәйер, республика делегацияһының Америкаға килеүе ошо компанияның саҡырыуы һөҙөмтәһендә мөмкин булды. 80 йыл уңышлы үҫешеп килгән был эре предприятие юл төҙөлөшө өсөн материалдар етештереүгә махсуслаша. Махсус өҫтәмәләр индереү һәм грунтты тотороҡландырыу ысулы менән юл төҙөүҙең завод белгестәре тарафынан махсус эшләнгән инновацион технология юл төҙөлөшөнөң хаҡын күпкә кәметә. Былтыр көҙ әлеге компания вәкилдәре менән берлектә Өфө ҡалаһының Октябрь районында юлдың бер өлөшө яңы ысул буйынса төҙөлгәйне. Эксперттарҙың фекеренсә, юл япмаһы Рәсәй һыуығын һәйбәт кисерә. Делегация шулай уҡ Балтиморҙа компанияның тағы бер заводында булды һәм республикала берлектәге производство төҙөү мөмкинлеген өйрәнде. Ошо уҡ көндә Пенсильвания штатында республиканы Сенат әһелдәре менән таныштырыу сараһы үтте.