Европаны көрсөк тетрәтһә лә...13.02.2013
Европаны көрсөк тетрәтһә лә...Украина ЕС ағзаһы булыу ниәтенән баш тартмай

Үткән аҙнала Европа союзы саммитында йәнә 2014 – 2020 йылдарға бюджет проекты тикшерелде, һәм бынан алдағыһындағы кеүек, аҡса эшләүселәр менән уны туҙҙырыусылар араһында фекер ҡапма-ҡаршылығы барлыҡҡа килде.

Былтыр 22-23 ноябрҙә уҙған саммитта ла ошо мәсьәлә ҡаралып, уртаҡ ҡарарға килә алмай таралышҡайнылар. Европа союзында барлығы 27 ил ағза булып тора, һәм шуның 13-ө генә донор ил иҫәпләнә, ҡалған 14-е ағзалыҡ өсөн түләгән иғәнәләренән дә күберәк аҡса тотона. Союздың бюджетын барлыҡҡа килтергән Бөйөк Британия, Германия, Нидерландтар, Финляндия, Норвегия, Швеция кеүек донор илдәргә, әлбиттә, аҡсаны эшләүгә ҡарағанда уны күберәк туҙҙырған Польша, Чехия, Греция, Испания, Ирландия кеүектәрҙең “юрғанды үҙенә тартырға” тырышыуы оҡшап етмәй. Донор илдәр уларға өлөштө әҙерәк бүлеү яғында. Ләкин парламентта тауыш биргәндә тегеләр күпселекте тәшкил итә лә ҡуя, шуға ла 2020 йылға тиклемге бюджет проекты был юлы ла ҡабул ителмәйенсә ҡалды. Евросоюз президенты Херман Ван Ромпей ете йыллыҡ бюджет проектының сығым өлөшөн — 960 миллиард, килем өлөшөн 900 миллиард евро күләмендә тәҡдим иткәйне. Тимәк, ҡаҙна дефициты 60 миллиард евро булыр тип күҙалланғайны. Әммә дотацияға ғына ҡарап торған илдәр бының менән риза түгел. Ни өсөн тигәндә, “тишек”те улар үҙҙәре “ямарға” тейеш булып сыға. Эйе, бөгөн Евросоюз илдәре ауыр финанс бәләһе кисерә. Былтыр ноябрҙә үк Европарламент рәйесе Мартин Шульц Евросоюздың түләү һәләтен юғалтыуы хаҡында белдергәйне.
Германия канцлеры Ангела Меркель, әле бер, әле икенсе ил етәксеһе менән осрашып, аҡсаны мөмкин тиклем һаҡсыл һәм һөҙөмтәле тотоноу өсөн көрәш алып бара. Үткән аҙнала ул Берлинда Испания Хөкүмәте етәксеһе Мариан Рахой менән осрашып, илдең көрсөккә ҡаршы көрәш стратегияһын билдәләне. Меркель ханымдың фекеренсә, Испания Хөкүмәте илдә эшһеҙлекте кәметеү, етештереүҙе арттырыу йәһәтенән дөрөҫ юлдан бара, һәм был үҙ һөҙөмтәһен бирерлек. Тик маҡсаттар бойомға ашырмы — әйтеүе ҡыйын. Ни өсөн тигәндә, Испанияла ла коррупция сәскә ата. Шул уҡ Мариан Рахой етәкселек иткән Халыҡ партияһының элекке ҡаҙнасыһы Луис Барсенастың Женева ҡалаһы банктарының береһендә 22 миллион евро аҡсаһы булыуын асыҡлағандар, һәм бының ҡайһы иҫәптән күсерелеүен берәү ҙә әйтә алмай. Ошо хәлгә бәйле Испанияла халыҡ сыуалыштары ла булып алғайны. Мариан Рахойҙың үҙен дә аҡтан-аҡ, пактан-пак тип әйтергә иртәрәк. Әлбиттә, Меркель ханым быларҙы белмәй түгел, белә, тик суверенлы дәүләттең эске эштәренә ҡыҫыла алмай. Шул уҡ ваҡытта коррупция ныҡ тамырланған Испания, Италия кеүек илдәр дөйөм Европа союзы иҡтисадын артҡа һөйрәй. Белгестәр билдәләүенсә, Испаниялағы көсөргәнешле хәлдең барлыҡ еврозонаға кире тәьҫир итеүе ихтимал. Мәҫәлән, 2012 йылда бында етештереү күләме, 2011 йыл менән сағыштырғанда, 1,8 процентҡа кәмегән. Ирландияла ла хәлдәр шәптән түгел. Хәлде көйләү маҡсатында был илгә тағы ла кредит биреү мәсьәләһе ҡарала. 11 февралдә Халыҡ-ара валюта фонды, Еврокомиссия һәм Европа Үҙәк Банкы вәкилдәре ҡатнашлығында уҙған ултырышта Ирландияға 3,1 миллиард евро кредит бирергә ҡарар ителде, шуның 1 миллиард евроһын Халыҡ-ара валюта фонды бүлә. Әммә был ғына илде финанс көрсөгөнән ҡотҡара алырмы икәнен әйтеүе ҡыйын.
Ошондай шарттарҙа әлеге дәүләттәр берләшмәһе киңәйеүгә табан бер аҙым яһаны тип әйтергә кәрәк. 7-8 февралдә Европа сәйәсәте һәм Европа союзын киңәйтеү мәсьәләләре буйынса еврокомиссар Штефан Фюле Киевта булып китте. Уның сәфәренең төп маҡсаты — Украинаны киләсәктә ЕС-ҡа ағза итеп алыу. Тағы ла бер аҙнанан, йәғни 25 февралдә, Украина-Евросоюз саммиты асылырға тейеш. Ошо сарала Украинаны Европа союзына ағзалыҡҡа ҡабул итеү мәсьәләһе ҡараласаҡ та инде. Әлбиттә, ҡарар тиҙ генә ҡабул ителмәҫ, дәғүәсе илде һәр иләктән иләрҙәр — норматив хоҡуҡи акттарын ЕС-тыҡына тап килтереүҙе талап итерҙәр. Фюленың Киевҡа рәсми визитын саммит алдынан разведка эшләү тип кенә аңларға кәрәктер. Әлбиттә, Европа союзының көнсығышҡа табан киңәйергә уҡталыуы күптән билдәле. Украина үҙе лә президент Виктор Ющенко ваҡытында уҡ ЕС-ҡа ла, НАТО-ға ла ағза булып инергә уҡтала ине.
Власҡа Виктор Янукович килгәндән һуң Украина Евросоюзға түгел, ә Рәсәйгә тартылыр тип көткәйнеләр, әммә беҙҙең ил сәйәсмәндәренең өмөтө аҡланманы: яңы президент көнбайышты һайланы. Газ мәсьәләһендәге тартҡылашыуҙар Рәсәй — Украина мөнәсәбәттәрен киҫкенләштереп кенә ебәрҙе. Хәҙер инде Украина бына-бына Европа союзына ағзалыҡҡа ҡабул ителергә тора, Рәсәйгә был илде яңынан үҙ яғына ауҙарыу тураһында хыялланырға ғына ҡала.
ЕС талаптарын тайпылышһыҙ үтәгән саҡта быйыл көҙ үк Украина был берләшмәгә ҡушылырға мөмкин. Унан инде НАТО-ға инергә лә күп ҡалмай. Әле АҠШ конгресмендары Европала ПРО системаһы урынлаштырыу мәсьәләһендә булған етешһеҙлектәрҙе тикшерә. Билдәле булыуынса, Европала ракетаға ҡаршы ҡоролмалар ҡуйыу идеяһы (Польша, Румыния, ҡайһы бер варианттар буйынса Чехия һайлап алынған) АҠШ президенты кесе Дж. Буш ваҡытында ҡалҡып сыҡҡан ине. Власҡа Барак Обама килгәндән һуң был мәсьәләне 2015 йылға тиклем кисектереп тороу хаҡында ҡарар ителде. Әле ике йыл ҡала тигәндә АҠШ-та был мәсьәләне йәнә күтәреп сыҡтылар. Америка хәрбиҙәре һәм сәйәсмәндәре был система Ирандан һаҡланыу өсөн Европала урынлаштырыласаҡ тип аңлатырға маташһа ла, уларҙың Рәсәйҙән хәүефләнеүе көн кеүек асыҡ. Хәҙер Украина ЕС ағзаһы булып алып, унан НАТО-ға инергә уҡтала башлаһа, АҠШ ПРО системаһын Польшаға ла ултыртып тормаҫ, украин дуҫтарына таяныуҙы хуп күрер. Хәл-ваҡиға ошондай боролош ала ҡалһа, йәнә “һалҡын һуғыш” башланыуы ихтимал.


Вернуться назад