Башҡортостан яңы тауыш биреү кампанияһын башлау алдында тора. Республика парламентарийҙары нисек һайланыр, һайлау тураһындағы ҡануниәткә ниндәй үҙгәрештәр индерелде, киләсәктә һайлау бюллетене ниндәй буласаҡ, яңы төҙөлгән партиялар берәй төрлө ауырлыҡ кисерерме — Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ошо һәм башҡа мәсьәләләр тураһындағы фекерҙәре менән уртаҡлаша.
— Хөрмәтле Хәйҙәр Арыҫлан улы! Бынан ары илебеҙҙә һайлау йылына бер тапҡыр ғына буласаҡ. Берҙәм тауыш биреү көнөнә ҡарата ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерҙәр бар. Был хаҡта һеҙҙең фекерегеҙҙе белге килә.
— Мәғлүм булыуынса, 2012 йылдың октябрендә һайлау тураһындағы ҡануниәткә үҙгәрештәр индерелеп, Берҙәм тауыш биреү көнө билдәләнде. Закон киләһе барлыҡ һайлауҙарҙы йылына бер тапҡыр — сентябрҙең икенсе йәкшәмбеһендә үткәреүҙе күҙ уңында тота. Быйылғы тауыш биреү 8 сентябргә тура килә.
Был тәңгәлдә фекерҙәр күп булды. Сәйәсмәндәрҙең ҡайһы берҙәре тауыш биреү көнөн һуңғараҡ осорға, октябргә, күсерергә тәҡдим итте, сөнки сентябрь — уңыш йыйыу, отпусктар мәле. Икенселәре, киреһенсә, Берҙәм тауыш биреү көнөн сентябргә тәғәйенләү һайлау өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра, сөнки был ваҡытҡа кеше ялдан ҡайтып бөтә, тәбиғәт шарттары ла уңайлыраҡ, тигән фекерҙе хупланы.
Һәр хәлдә, һайлауҙы йылына бер тапҡыр үткәреү көстө һәм аҡсаны экономиялауға килтерәсәк, был бик мөһим. Өҫтәүенә һайлаусы һайлау участкаһына тап көҙҙөң тәүге айында киләсәген белеп торасаҡ.
— Сәйәси партияларҙың күплеге һайлау кампанияһында нисек сағылыш табыр, бюллетень был осраҡта артыҡ оҙонайып китмәҫме?
— Хәҙер сәйәси партияларҙы теркәү һәм уларҙың отчет биреүе күпкә ябай. Атап әйткәндә, сәйәси партия ағзаларының мотлаҡ һаны күп тапҡырға — 40 мең кешенән 500-гә тиклем — кәметелде. Өҫтәүенә партияларҙың төбәк бүлексәләре һанына, ойоштороу съезы делегаттары иҫәбенә талаптар ҡыҫҡарҙы. Партия үҙ эшмәкәрлегенең дауам итеүе тураһындағы мәғлүмәтте Рәсәйҙең Юстиция министрлығына быға тиклем билдәләнгәнсә йыл һайын түгел, ә өс йылға бер тапшырырға тейеш була. Шулай уҡ йыйылма финанс отчетлылығы ла Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһына йыл һайын түгел, ә ошондай уҡ даимилыҡ менән бирелергә тейеш.
Рәсәйҙә теркәлгән сәйәси партиялар һаны етәүҙән 61-гә тиклем артты. Шуларҙың 33-өнөң Башҡортостанда теркәлгән төбәк бүлексәләре бар. Минең уйымса, киләсәктә ысын сәйәси яҡлауға эйә булған сәйәси көстәрҙең берләшеүе һәм тупланыуы тәбиғи процесс булараҡ дауам итер.
Күп партиялылыҡ алда торған һайлау кампанияларының үҙенсәлегенә әйләнә бара, әммә был гражданлыҡ йәмғиәте үҫеше юлында зарури аҙым. Партияларҙың әүҙемлеге арта. Әйтәйек, 2012 йылдың 14 октябрендәге һайлауҙа 25 сәйәси партия ҡатнашҡайны. Уларҙың мәғлүмәттәрен һайлау бюллетененә урынлаштырыу мәсьәләһен белгестәр әүҙем тикшерә, сөнки был ихтыяж юҡтан килеп тыумаған. Хәл итеү юлы табылыр тип ышанам. Һайлаусыларҙың һәм сәйәси партияларҙың хоҡуҡтары һис кенә лә ҡыҫылырға тейеш түгел.
Партия ағзаларының бурысы — агитация кампанияһы барышында үҙе хаҡында мөмкин тиклем тулыраҡ мәғлүмәт биреүе, күп партиялылыҡ шарттарында тап үҙҙәрен һайлаһындар өсөн тырышыуы.
— Һайлау тураһындағы ҡануниәттәге үҙгәрештәр Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға депутаттар һайлауға нисек йоғонто яһар?
— Башҡортостан парламентындағы ғәмәлдәге депутаттарҙың вәкәләттәре 2013 йылдың мартында туҡтатылырға тейеш ине. Федераль ҡануниәткә ярашлы, улар 2013 йылдың 8 сентябренә тиклем эшләйәсәк. 2011 йылда Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай элекке 120 урынына 110 депутаттан торасаҡ. Шуларҙың 55-е сағыштырма күпселектең мажоритар системаһы нигеҙендә бер мандатлы һайлау округтары буйынса (бер һайлау округына — бер депутат) һайлана. Был система башҡа кандидаттарҙан күберәк тауыш йыйған кандидат еңә тигәнде аңлата.
Берҙәм республика һайлау округы буйынса партия исемлеге өсөн бирелгән тауыштар һанына пропорциональ рәүештә шул тиклем үк депутаттар һайлана. Теге йәки был партия тәҡдим иткән кандидаттар исемлеге өсөн тауыш биреп, һайлаусы ғәмәлдә бер партияны хуплай.
Тауыш биреүҙә ҡатнашҡандарҙың ете процентының һәм унан күберәгенең фатихаһын алған кандидаттарҙың исемлеге депутат мандатын бүлеүгә индерелә. Бынан тыш, биш һәм алты процент тауыш йыйған партиялар берәр йәки икешәр мандат аласаҡ.
Башҡортостандың бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарын һайлау буйынса кампания республика парламентының һайлау тәғәйенләү тураһындағы ҡарары баҫылып сығыу менән башлана. Һайлау тәғәйенләү тураһындағы ҡарар тауыш биреү көнөнә күп тигәндә 100 көн һәм кәмендә 90 көн ҡалғас ҡабул ителә.
Бынан тыш, быйыл Берҙәм тауыш биреү көнөндә Бөрө һәм Белорет ҡала Советтарына депутаттар һайлау үтәсәк.
— Хәйҙәр Арыҫлан улы, бурыстарҙың ҡайһыһы үтәлде, һәм әлеге мәлдә һайлауҙы ойоштороусылар ниндәй әҙерлек эше менән мәшғүл?
— Беҙҙә эш өҙлөкһөҙ бара. Һайлау тураһындағы ҡануниәттәге үҙгәрештәргә ярашлы, республикала Дәүләт Йыйылышы депутаттарын һайлау буйынса бер мандатлы һайлау округтары — ун йылға, һайлау участкалары биш йылға төҙөлдө лә инде. Ҡыҫҡа арала участка һайлау комиссиялары ойошторолорға тейеш. Хәҙер уларҙың вәкәләттәре лә биш йылға оҙайтыла.
Әлеге ваҡытта территориаль һайлау комиссияларында сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләренән, урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарынан, һайлаусылар йыйылыштарынан участка комиссиялары составына кандидатуралар буйынса тәҡдимдәр ҡабул ителә. Һайлау тураһындағы ҡануниәткә индерелгән яңылыҡтарға ярашлы, участка комиссияларын төҙөү 2013 йылдың 30 апреленә тиклем тамамланырға тейеш. Беҙ иһә, май аҙағында – июнь башында Дәүләт Йыйылышы депутаттарын һайлау тәғәйенләнергә тейеш булғанлыҡтан, участка һайлау комиссияларын мартта уҡ төҙөп бөтөргә йыйынабыҙ.
Участка һайлау комиссияларын төҙөү һәм кадрҙар резервын әҙерләү — территориаль комиссиялар өсөн дә, сәйәси партиялар өсөн дә ярайһы уҡ ҡатмарлы, күләмле эш. Ғәмәлдәге ҡануниәт участка һайлау комиссияһы резервы составына тәҡдимдәр һанын сикләмәй, бәлки, ул ҙурыраҡ та булып китер. Шуны иҫегеҙгә төшөрәм: ҡануниәткә ярашлы, һайлау комиссияһы ағзалығына кандидаттар өсөн ҡайһы бер сикләүҙәр билдәләнгән.
Комиссия ағзаһының 18 йәше тулған, юридик һәләтле Рәсәй гражданы булыуы, хөкөм ителмәгәнлеге мөһим. Депутаттар, судьялар, прокурорҙар һайлау комиссияһы ағзаһы була алмай. “Дәүләт йәки муниципаль хеҙмәткәр участка һайлау комиссияһы ағзаһы була аламы?” — тип һорайҙар. “Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтары һәм референдумда ҡатнашыу хоҡуғының төп гарантиялары тураһында” Федераль закондың 29-сы статьяһында хәл иткес тауыш хоҡуғы менән һайлау комиссияһы ағзаһы була алмаған кешеләрҙең исемлеге күрһәтелгән. Унда хәл иткес тауыш хоҡуғы менән комиссия ағзаһы статусын дәүләт йәки муниципаль хеҙмәткәр статусы менән яраштырыуға сикләүҙәр юҡ, ләкин комиссия составында улар һан составының яртыһынан күберәген тәшкил итергә тейеш түгел.
Территориаль комиссиялар тәҡдиме буйынса участка һайлау комиссиялары ағзалығына кандидаттар тураһындағы мәғлүмәт хоҡуҡ тәртибен һаҡлау органдары тарафынан тикшерелә. Участка һайлау комиссияһы составына тәҡдим ителгән, ләкин комиссия ағзалары тарафынан тәғәйенләнмәгән кандидатуралар участка комиссиялары составтары резервына индерелә. Улар участка һайлау комиссияһының вазифаһынан киткән ағзаһын алмаштыра ала.
Был участка комиссиялары алдағы биш йылда бөтә кимәлдәге һайлауҙарҙы үткәрәсәк. Уларҙың өҫтөнә ниндәй яуаплылыҡ йөкмәтелгәнен күҙ алдына килтерегеҙ инде хәҙер. Участка һайлау комиссиялары составына тәғәйенләнгән кешеләр юғары юридик статусҡа эйә буласаҡ, шуға ла беҙ сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләренә ҡат-ҡат мөрәжәғәт итәбеҙ: участка һайлау комиссияларына лайыҡлы кешеләрҙе ебәрегеҙ.
— Уҡыусыларҙы ябай граждандарҙың участка һайлау комиссияһы ағзаһы була, йәғни һайлауҙы эстән күреп тойомлай алыу-алмауы ҡыҙыҡһындыра.
— Ни эшләп була алмаһын! Участка һайлау комиссияһы составына кандидаттар тәҡдим итеү хоҡуғына сәйәси партиялар ғына түгел, йәмәғәт берекмәләре, урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары, кешенең йәшәгән, эшләгән, уҡыған, хеҙмәт иткән урыны буйынса һайлаусылар йыйылыштары ла эйә.
Участка һайлау комиссияһы ағзалығына үҙ кандидатураңды тәҡдим итер алдынан шуны аңларға кәрәк: һеҙ комиссияға ни өсөн бараһығыҙ? Һәр ҡайһы һайлау комиссияһында ағзалыҡ — иң элек ауыр эш һәм ғәйәт ҙур яуаплылыҡ, ә ҡайһы бер кандидаттар һәм хатта комиссия ағзалары уйлағанса, тауыш биреү барышын һәм хеҙмәттәштәренең эшен күҙәтеп ултырыу ғына түгел.
Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы һайлаусыларҙың хоҡуҡи мәҙәниәтен үҫтереү буйынса даими эш алып бара. Һайлау кампаниялары киң мәғлүмәт сараларында, шул иҫәптән радио һәм телевидениела киң яҡтыртыла. Беҙ заманса технологияларҙы әүҙем яҡлайбыҙ, сайтыбыҙҙа мәғлүмәттәр даими яңыртыла. Унда ҡыҙыҡһындырған һәр һорауға яуап алырға мөмкин.
Бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы депутаттарын һайлау буйынса эш, һайлауҙы тәғәйенләү көнө июндең тәүге көндәренә тура килһә лә, ғәмәлдә башланды инде.
Һәр граждан үҙенең һайлауҙа ҡатнашыуы-ҡатнашмауы тураһында үҙаллы ҡарар ҡабул итә. Һайлау комиссияларының бурысы — тауыш биреү барышын ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы тулы күләмдә тәьмин итеү, граждандарҙың төрлө категорияларының һайлау хоҡуҡтарын бойомға ашырыу өсөн шарттар тыуҙырыу.