Башҡортостан сит илдәр менән хеҙмәттәшлек итеү даирәһен көндән-көн киңәйтә. Республикаға төрлө кимәлдәге эшлекле делегациялар йыш килә хәҙер. Кисә Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Финляндия делегацияһы вәкилдәре менән осрашты.
Ҡунаҡтар араһында Финляндия Республикаһының Европа һәм тышҡы сауҙа эштәре буйынса министры Александер Стубб, Финляндияның Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Матти Анттонен, төрлө министрлыҡ һәм предприятие вәкилдәре бар ине.
Рөстәм Хәмитов делегация ағзаларына республикабыҙ һәм уның мөмкинлектәре тураһында һөйләне.
— Башҡортостан — Рәсәйҙең иҡтисади яҡтан үҫешкән ҙур төбәктәренең береһе. Беҙ нефть, нефть химияһы, машиналар эшләү, ауыл хужалығы һәм башҡа тармаҡтарҙа алдынғылар рәтендә киләбеҙ. Республика хеҙмәттәшлек өсөн һәр ваҡыт асыҡ, инвесторҙарға яҡшы мөхит булдырабыҙ, — тине республика Президенты.
Финдар, Рәсәй менән әүҙем эшләһә лә, Башҡортостанды белеп етмәй. Шуға күрә әлеге осрашыу һәм республика менән танышыу программаһының файҙалы, ҡыҙыҡлы булырына ышаналар.
— Беҙ Рәсәй менән әүҙем хеҙмәттәшлек итәбеҙ, әммә Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларына ғына түгел, башҡа төбәктәргә лә мөрәжәғәт итергә йыйынабыҙ. Башҡортостанға ҡарата ҡыҙыҡһыныуыбыҙ арта. Һеҙҙең республиканы беҙ хоккейсылар аша беләбеҙ, беҙҙекеләр ҙә һеҙҙә уйнай, — тине Александер Стубб.
Делегацияның сәфәре барышында Башҡортостан Сауҙа-сәнәғәт палатаһы менән Финляндияның Сауҙа-сәнәғәт палатаһы араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыласаҡ. Шулай уҡ республика Хөкүмәте менән илдең ҙур предприятиелары араһында килешеүҙәр төҙөү күҙаллана.
Хеҙмәттәшлек урман хужалығы тауарҙарын эшкәртеү, нефть һәм нефть химияһы, төҙөлөш, тау-байыҡтырыу һәм башҡа өлкәләрҙә булдырылыр тип көтөлә. Рөстәм Хәмитов финдарға бергә йылға-диңгеҙ порты төҙөү тәҡдиме менән мөрәжәғәт итте. Беҙҙең Ағиҙелдән Волга, Кама аша Балтик диңгеҙенә сығып Финляндияға барырға мөмкин. Әгәр һыу бәйләнешен дә булдырғанда, тауар әйләнешен күпкә арттырырға мөмкин буласаҡ.
Финдар яғы Рөстәм Хәмитовтың тәҡдимдәрен ҡабул итте. Шулай уҡ Башҡортостанды яҡшыраҡ белеү өсөн республиканы үҙҙәренә исем туйы үткәрергә саҡырҙылар.
Әлфиә ӘЙҮПОВА