Электрон Хөкүмәт – яңы мөмкинлектәр08.02.2013
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич үткәргән округ кәңәшмәһендә ведомство-ара бәйләнеште үҫтереү һәм дәүләт, муниципаль хеҙмәт күрһәтеүҙе электрон юлға күсереү мәсьәләләре тикшерелде.

Рәсәй Президенты дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙе электрон юлға күсереү һәм бындай хеҙмәттәр менән файҙаланған граждандар һанын 2018 йылға 70 процентҡа тиклем еткереү бурысын ҡуйғайны. Ләкин тулы күләмле ведомство-ара электрон бәйләнеште округтың барлыҡ төбәктәрендә лә тормошҡа ашырып булманы әле. Бында байтаҡ проблемалар бар.
— Округтың бөтә төбәктәрендә лә электрон Хөкүмәт системаһы тулы күләмдә эшләй башларға тейеш, — тине М. Бабич.


Вернуться назад