“Асыҡ республика”ға рәхим итегеҙ!08.02.2013
Республикала власть органдарының “Электрон ҡабул итеү” сайты сафҡа инде.
“Электрон ҡабул итеү” порталы республиканың власть органдары менән тиҙ, уңайлы аралашыу мөмкинлеге бирә”, тип билдәләне үҙенең блогында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов.
Был сараның төп өҫтөнлөгө — сайтҡа сығып, төбәктең барлыҡ министрлыҡтарына һәм ведомстволарына, шулай уҡ Өфө ҡалаһы хакимиәтенә “Бер тәҙрә” рәүешендә сығыу һәм уларға туранан-тура мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге тыуыуы. Ғариза биреүсе мөрәжәғәтен ҡарау барышын үҙенең шәхси кабинетынан ғәмәлдәге ваҡыт режимында күреү мөмкинлеге ала. Уның теләге буйынса мөрәжәғәт сайттың махсус бүлегендә баҫылыуы ихтимал. Ошо көндәрҙә республиканың бөтә ҡалалары һәм райондары хакимиәттәре был системаға тоташтырыласаҡ, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хөкүмәтенән.