Бангладеш:хеҙмәттәшлек киңәйәсәк14.12.2011
Башҡортостан Республикаһының төрлө илдәр менән хеҙмәттәшлек даирәһе киңәйә. Кисә Хөкүмәт йортонда Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов Бангладеш Халыҡ Республикаһы вәкилдәре менән осрашты.
— Беҙҙең сауҙа өлкәһендә сит илгә сығырлыҡ ҙур мөмкинлектәребеҙ бар, һәм беҙ һеҙҙең дәүләтегеҙ, Бангладеш Халыҡ Республикаһы, менән ике яҡ өсөн дә отошло хеҙмәттәшлекте юлға һалырға теләр инек, — тине Башҡортостан етәксеһе. Артабан ул беҙҙә нефть сығарыу һәм эшкәртеү, авиация двигателдәре, вертолет етештереүҙе үҙ эсенә алған эре машиналар эшләү сәнәғәте, ауыл хужалығы тармағы шаҡтай үҫешеүен билдәләне. Инвесторҙар өсөн дә беҙҙең республика уңайлы булыуы хаҡында әйтелде. Бөгөн ошо йүнәлештә 40 эре проект тикшерелә.
Быға тиклем Бангладеш Халыҡ Республикаһы менән сауҙа бәйләнеше ныҡ үҫешмәгән. Бөгөн ике яҡ өсөн дә файҙалы хеҙмәттәшлекте яйға һалыр өсөн ҙур мөмкинлектәр асыла. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эшлекле бәйләнештең төп йүнәлештәрен атаны: мәғариф өлкәһендә ярҙам — Бангладеш Халыҡ Республикаһынан студенттарҙы ҡабул итеүҙе арттырыу (әле беҙҙә ун студент уҡый), ауыл хужалығы продукцияһын сығарыу (ит, бал, иген). Шулай уҡ хеҙмәттәшлектең башҡа төрҙәре лә барланды. Бангладеш Халыҡ Республикаһы Аҙыҡ-түлек һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының аҙыҡ-түлек мәсьәләләре буйынса секретары Барун Дев Митра, үҙ сиратында, Башҡортостанға диңгеҙ продукттары, балыҡ, джутта сығарасаҡтарын белдерҙе.
Фаил Ҡылысбаев


Вернуться назад