Рөстәм Хәмитов: “Балаларға һәйбәт һәм уңайлы булыуы минең өсөн бик мөһим”06.02.2013
Рөстәм Хәмитов: “Балаларға һәйбәт һәм уңайлы булыуы минең өсөн бик мөһим”Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Стәрлетамаҡ районында булды. Уны республиканың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко оҙатып йөрөнө.

Оло Аксаков ауылында Рөстәм Хәмитов “Дружба” ауыл хужалығы предприятиеһының һөтсөлөк комплексы эше менән танышты. Предприятие директоры Александр Бражников йәмғиәттең иген, көнбағыш, мал аҙығы культуралары үҫтереү, шулай уҡ ит менән һөт етештереү эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. 2011 йылда 18 миллион һумдан ашыу суммаға ауыл хужалығы техникаһы һатып алынған, 2012 йылда был маҡсатҡа тағы ла 9,5 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған. Һуңғы йылдарҙағы ҡоролоҡ арҡаһында хужалыҡҡа 6 миллион һум самаһы зыян килгән.
Республика етәксеһе шулай уҡ хужалыҡтың һөтсөлөк фермаһында ла булды. Уның биналары бынан 20 йыл элек төҙөлгән, дүрт һыйыр һәм дүрт быҙау аҙбарынан тора. Бында 196 һыйыр аҫрала, мал һаны йылдан-йыл арта.
Рөстәм Хәмитов хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре менән аралашҡанда уларҙың хеҙмәт шарттары, эш хаҡы менән ҡыҙыҡһынды. Республика етәкселегенә һөт һыуыта торған танк күрһәттеләр, уның эше тулыһынса автоматлаштырылған.
Хужалыҡта заманса етештереү алымдарын ҡулланырға тырышалар. Мәҫәлән, былтырҙан башлап мал һимертеүҙең һыуыҡ, йәғни Канада ысулы үҙләштерелгән: бында йәш ярымлыҡ 800 үгеҙ малы бәйләмәйенсә, ялан кәртәлә иркен рәүештә йөрөтөп һимертелә. Һөҙөмтәлә уртаса тәүлек артым 1 – 1,2 килограмға етә.
Артабан Президент Оло Ҡуғанаҡ ауылында Ҡуғанаҡ балалар йортонда булды. Элек бында балалар баҡсаһы булған, ләкин 2001 йылда уны балалар йорто итеп үҙгәрткәндәр.
Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн был мәғариф учреждениеһында 32 хеҙмәткәр, шул иҫәптән 16 уҡытыусы эшләй. Әле бында 30 бала тәрбиәләнә.
Рөстәм Хәмитов: “Балаларға һәйбәт һәм уңайлы булыуы минең өсөн бик мөһим”Төркөмдәрҙең береһендә балалар Башҡортостан Президентына үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарҙы уҡып ишеттерҙе.
— Балаларға һәйбәт һәм уңайлы булыуы минең өсөн мөһим, — тине Рөстәм Хәмитов бүлмәләрҙе ҡарап йөрөгәндә.
Президент тамаша залында балалар үҙ ҡулдары менән яһаған эштәрҙең күргәҙмәһе менән танышты. Кескәйҙәр экспонаттарҙың береһен — ромашкалар гөлләмәһен — Рөстәм Хәмитовҡа тапшырҙы. Президент балалар йортона плазмалы ҙур телевизор бүләк итте. “Бында, ысынлап та, күңелгә рәхәт һәм һәйбәт”, — тип билдәләне.
Бина 1987 йылда төҙөлгән ике ҡатлы кирбес йортта урынлашҡан. Унда капиталь ремонт яһалған, 2006 йылда һыу менән тәьмин итеү торбаларын алмаштырғандар. Ҡуғанаҡ балалар йорто ҡарамағында “ГАЗель” микроавтобусы һәм ике еңел автомобиль бар.
Президент шулай уҡ Талалаевка ауылында һыйыр малы, һарыҡ, ат, сусҡа һәм бал ҡорттары үрсетеүгә махсуслашҡан “Малакян А.О.” крәҫтиән-фермер хужалығында булды. Былтыр ғинуарҙа барлыҡҡа килгән предприятие бизнестың яңы йүнәлешен үҙләштергән — йылҡы малы үрсетеү һәм һимертеү, шулай уҡ ҡымыҙ етештереү буйынса махсуслашҡан производство ойошторған.
Стәрлетамаҡ районы муниципаль районы активы менән осрашыуҙа Президент район хужалыҡтарының былтырғынан күберәк тауар етештереүен, эш хаҡы артыуын, ауыл хужалығы техникаһы һатып алыныуын, “500 ферма” программаһында ҡатнашыуҙарын билдәләне, юғары күрһәткестәргә өлгәшкәндәре өсөн район эшсәндәренә рәхмәт белдерҙе.
Ауыл биләмәләре башлыҡтары квартал һайын 100 мең һум күләмендә бүленеп килгән ярҙам өсөн рәхмәт әйтте. Шуның арҡаһында урамдарҙы яҡтыртыу, юл мәсьәләләре хәл ителгән.


Вернуться назад