Яңы урынбаҫарҙар06.02.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең 4 февралдәге бойороғо менән Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары итеп бынан алда “Башкиргражданпроект” проект институты” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль планлаштырыу оҫтаханаһы етәксеһе булып эшләгән Илдар Йәһүҙинде тәғәйенләне.
Илдар Риф улы Йәһүҙин 1960 йылда Күгәрсен районының Подгорное ауылында тыуған. Юғары белемле — 1985 йылда Өфө нефть институтын “Архитектура” һөнәре буйынса тамамлаған. Мәләүез район мәҙәниәт йортонда биҙәүсе-рәссам, Федоровка районында баш архитектор, район хакимиәте башлығы урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы Архитектура, төҙөлөш һәм транспорт министрлығының бүлек етәксеһе булып эшләгән.
* * *
Республика Президенты шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Территориаль үҫеш агентлығы етәксеһе урынбаҫары итеп бынан алда Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең бүлек етәксеһе булып эшләгән Радик Гәрәевте тәғәйенләне.
Радик Нәби улы Гәрәев 1960 йылдың 12 февралендә Өфө ҡалаһында тыуған. 1983 йылда “Машиналар эшләү сәнәғәте иҡтисады һәм уны ойоштороу” һөнәре буйынса Өфө авиация институтын тамамлай. Өфө авиация университетында лаборант, СССР-ҙың 50 йыллығы исемендәге Өфө агрегат берекмәһендә ВЛКСМ комитеты секретары, ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетында эштәр идаралығы инструкторы, Башҡортостан демократик йәштәр союзының эштәр идаралығында, БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетында эшләй. 2001 йылда Өфө ҡалаһы хакимиәтенә эшкә күсә, бында баш белгестән бүлек етәксеһенә тиклем хеҙмәт юлы үтә.
Рәсәй Федерацияһы дәүләт йәштәр сәйәсәте өлкәһенең почетлы хеҙмәткәре.