— Ике-өс көн генә барасаҡ самиттар быуаттар буйына етерлек файҙа килтерәсәк. Уларҙың иҡтисади һөҙөмтәһе тиҫтәләрсә йылдарға иҫәпләнә, – тип һүҙ башланы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов матбуғат конференцияһында.
Салауат Тәлғәт улына Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек өсөн яуаплылыҡ йөкмәтелде. Ике йылдан буласаҡ халыҡ-ара сараларға әҙерлек башланды.
Хөкүмәттә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы менән БРИКС самиттарын ойоштороуға арналған махсус бүлек, эшмәкәрлекте көйләүсе коммерцияға ҡарамаған автономлы ойошма рәүешендә махсус дирекция булдырылған. Уны Руслан Мирсаяпов етәкләй.
Тиҙҙән Өфө төҙөлөш майҙанына әйләнәсәк. Тимер юл вокзалын төҙөп бөтәсәктәр, баш ҡаланы көньяҡтан урап үтеүсе тимер юлды һалыу проекты тормошҡа ашырыласаҡ. Өфөләге тимер юл вокзалындағы көсөргәнеш кәмейәсәк. Баш ҡаланың һауа ҡапҡаһы — аэропорт төҙөкләндереләсәк. Был эшкә 2,3 миллиард һум бүленәсәк. Халыҡ-ара терминал әлеге кеүек сәғәтенә 200 кешене түгел, ә 500 кешене хеҙмәтләндереү мөмкинлегенә эйә буласаҡ. “Росавиация” төҙөкләндереүгә аҡсаны 2013 – 2014 йылдарҙа күсерергә тейеш.
— Бөгөн баш ҡалала, республикала башҡарылған барлыҡ эш саммиттарға арнала. БДУ төҙөкләндереләсәк — мөһим семинарҙар үткәреү өсөн генә түгел, тәү сиратта был уҡыу йортонда белем алған студенттарҙың мәнфәғәтен ҡайғыртыуҙан. “Нефтсе” мәҙәниәт һарайының йөҙө үҙгәрәсәк — ул да яңы сифатта ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн хеҙмәт итер. Өфөнөң көньяҡ өлөшөндә йәшәүсе иҫке йорттарҙан халыҡты күсереү ҙә мөһим эштәрҙең береһе, – тип пландар менән таныштырҙы Салауат Тәлғәт улы.
Шуныһы мөһим: саммиттарға әҙерлек барышында төҙөлгән һәр объект республика халҡына хеҙмәт итәсәк.