Аҡса ғына хәл итмәй06.02.2013
Тәмәкеселәр һаны буйынса Рәсәй – “алдынғы” урында
Рәсәйҙә тәмәке тартыуға көрәш күптән алып барыла кеүек: гәзит-журналдарҙа никотиндың зыяны тураһында мәҡәләләр бер-бер артлы сығып тора, табиптар даими сығыш яһай, тәмәкенең һаулыҡҡа зыяны хаҡында роликтар әйләндерелә, әммә "йөк" һаман да үҙ урынында.
Тәмәке тартыуға ҡаршы әҙерләнеүсе закон проекты маҡсатына өлгәшерме? Фекерҙәр төрлөсә, берәүҙәр штрафты арттырыуҙы иң тәьҫирле ысул тип иҫәпләй. Мәҫәлән, Төркиәлә тәртипте боҙған учреждение хужаһы йәки менеджер 300-ҙән 3 мең долларға тиклем штраф түләй, тәмәке көйрәтеүсе өсөн штраф 10 – 20 тапҡырға кәмерәк. Ә төньяҡ Ирландияла яуаплы кеше өсөн 2,5 мең долларға тиклем, тәмәке көйрәтеүсегә 50 доллар штраф ҡаралған. Сингапурҙа ла тәртип ҡаты: менеджерға 800-ҙән 1,6 мең долларға тиклем, ә төтөн менән ыҫлаусыға 500 доллар күләмендә штраф билдәләнеүе мөмкин. Нью-Йорк ресторанында тәмәке тартыу 550 долларға төшәсәк, өҫтәүенә менеджер — 1,1 мең, хужаһы 5,5 мең доллар аҡсаһынан ҡолаҡ ҡағасаҡ. Ә Бразилияла аҡсалата "яза" бары тәмәкесе иңенә төшә, штраф суммаһы кешенең тәртип һаҡлаусылар ҡулына нисә тапҡыр эләгеүенә ҡарап билдәләнә. Малайзияла хөкөм тағы ла ҡатыраҡ: тәмәкесе менеджерға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк аҡса түләйәсәк йәки ике йылға ҡәҙәр ғүмерен төрмәлә үткәрәсәк.
Ер шарының ҡайһы мөйөшөндә тәмәке тартыусылар күберәк? Бындай "алдынғы" илдәрҙең лидеры, әлбиттә, — Рәсәй (бөтөн халыҡтың 39,1 проценты, ә ир-аттың 60,2 проценты тарта). Ҡытай (28,1 % һәм 52,9 %), Индонезия (24,2 % һәм 46,8 %), Бангладеш (23 % һәм 44,7 %), Һиндостан (14 % һәм 24,3 %) унан бер аҙ ҡалыша. Был илдәрҙә тәмәкегә ҡаршы закондар бик йомшаҡ.
Ҡаты закондар ҡабул итеү һөҙөмтәһендә АҠШ-та 1965 йылдан 2007 йылға ҡәҙәр осорҙа тартыусы ир-ат һаны 52 проценттан 23 процентҡа тиклем кәмегән. Тәмәке изделиеларына акциздар арттырылған һәм йәмәғәт урындарында тартыу тыйылған илдәрҙең бөтәһендә лә алға китеш һиҙелә. Сигарет хаҡының юғары булыуы үҫмерҙәрҙе йыш ҡына алама ғәҙәттән ҡурсалай.
Ер йөҙөндә тәмәке менән артыҡ мауыҡмаған илдәр ҙә бар. Африка һәм АҠШ халҡы араһында көйрәтеүселәрҙең аҙлығы күптәрҙе ғәжәпкә ҡалдырыр. Бында тәмәкегә ҡаршы бик тәьҫирле саралар ҡабул ителгән.
Беҙҙең илдең тәмәке етештереүселәре йоҡлап ятмай, эшмәкәрлектәрен киңерәк йәйелдереү маҡсатында хәйләкәр алымдарҙы ла уңышлы файҙалана. Шуларҙың береһе — бағыусылыҡ, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына матди ярҙам күрһәтеү. Һарыҡ тиреһен ябынған бүрене хәтерләтә был күренеш.
Тәмәке — үҙенең ҡулланыусыларын һәләк итеүсе берҙән-бер продукт! Бындай бағыусыларҙан аҡса алыу үҙе енәйәт түгелме ни? Һуңғы тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, рәсәйҙәрҙең 80 проценты тәмәкегә ҡаршы көрәш сараларын хуплай. Бөтә ҡырҡыу мәсьәләләрҙе лә аҡса ғына хәл итмәүе һөйөнөслө, был осраҡта инаныу көсөнөң, теләктең, сәләмәт тормошҡа ынтылыштың ҡеүәте барыһынан да өҫтөнөрәк булыуы ихтимал.
Айрат КӘБИРОВ, дәүләт учреждениеһы хеҙмәткәре:
— Балалар, медицина, спорт, дәүләт һәм дин учреждениеларында, туҡланыу урындарында тәмәке тартыуҙы тыйыуға ҡуш ҡуллап риза! Әлбиттә, закондың үтәлешен тәьмин итеү анһат булмаҫ, шулай ҙа ҡасан да булһа етди аҙым яһарға тура килер ине. "Эскесе", "тәмәкесе" тигән мөһөр ҡуйылған илдә йәшәү дәрәжәбеҙҙе лә, абруйыбыҙҙы ла арттырмай.
Үҙем күптән инде тартмайым, балаларымдың һәм ейәндәремдең дә яман ғәҙәттән ары тороуын теләйем. Ялтырауыҡлы ҡаптарҙағы сигареттың магазин кәштәләрен биҙәүенә ҡаршымын.
Зәйтүнә БУРАНБАЕВА, ашнаҡсы:
— Малайҙарым тәмәке менән дуҫ түгел, әллә инде атайҙарының ғүмер буйы көйрәткәненән биҙгәнгә күрәме икән... Улай тиһәң, иптәштәре лә тартмай. Айыҡ аҡыл менән эш иткән йәштәрҙең күплегенә һоҡланам. Йәй етһә, балкондарҙан газонға ырғытылған тәмәке төпсөктәрен күреп, шул тиклем асыу килә. Ниндәй мәғәнәһеҙлек, йүнһеҙлек! Үҙҙәренең ағыуланыуы етмәгән, урам йыйыштырыусыларға күпме мәшәҡәт тыуҙыралар, тип әсенәм.
Автобус туҡталыштарындағы бысраҡлыҡ, тәмәке төпсөктәренән хасил булған сүп өйөмдәре ытырғаныу уята.
Минеңсә, тәмәке тартыуға ҡаршы йүнәлтелгән закондың тәьҫире ҙур булыр һымаҡ, сөнки беҙ уны күптән көтә инек. Бәлки, подъездарыбыҙ ҙа, урамдарыбыҙ ҙа таҙараҡ, үпкәбеҙ һауыраҡ, үҙебеҙ итәғәтлерәк булырбыҙ.