Берлектәге проекттар ғәмәлгә ашасаҡ05.02.2013
Мәскәүҙә Башҡортостан Хөкүмәте менән Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе, сит илдәрҙә йәшәгән ватандаштар һәм халыҡ-ара гуманитар хеҙмәттәшлек эштәре буйынса федераль агентлыҡ араһында үҙ-ара бәйләнештәр тураһында килешеү төҙөлдө. Документҡа агентлыҡ яғынан “Россотрудничество” етәксеһе Константин Косачев, республика Хөкүмәте исеменән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы.
Төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың сит илдәрҙәге абруйын нығытыу, илебеҙҙең бүтән дәүләттәр менән мөнәсәбәттәрен үҫтереү өсөн ыңғай шарттар булдырыу, халыҡ-ара гуманитар, фәнни-техник, мәҙәни, мәғлүмәти һәм эшлекле бәйләнештәрҙе яйға һалыуға бөтә яҡлап булышлыҡ итеү маҡсаты күҙ уңында тотола.
Ике яҡ сит илдәрҙәге ватандаштарыбыҙға һәм уларҙың ижтимағи берекмәләренә ярҙамлашыу, Башҡортостандың донъя кимәлендәге мәҙәни бәйләнештәрен үҫтереү, халыҡ художество кәсептәрен Рәсәйҙән ситтә танытыу, республикалағы уҡыу йорттарының белем биреү хеҙмәттәрен экспортлауға булышлыҡ итеү йәһәтенән хеҙмәттәшлек хаҡында һөйләшеп килеште.
Республика Хөкүмәте менән “Россотрудничество”ның берлектәге проекттары фән һәм мәҙәниәт буйынса федераль агентлыҡтарҙың, үҙәктәрҙең сит илдәрҙәге вәкиллектәре ярҙамында тормошҡа ашырыласаҡ. Осрашыу барышында уларҙың нигеҙендә “Башҡортостан Республикаһы көндәре”н уҙғарыу, төбәктең ҡеүәте һәм ҡаҙаныштары менән таныштырыу мөмкинлеге ҡаралды.
Осрашыу хаҡындағы мәғлүмәттәр менән Башҡортостан Президентының рәсми сайтында ентеклерәк танышырға мөмкин.