Сәйәсәт — ирҙәр эше, тиһәләр ҙә...05.02.2013
АҠШ-тың Дәүләт секретары Хиллари Клинтондың вазифаһы менән хушлашыуына бәйле интервьюһы йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итмәй ҡалманы. Ни тиһәң дә, һуңғы дүрт йылда был ханым донъя сәйәсәтенә йоғонто яһай алырҙай иң абруйлы ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе иҫәпләнде.
Хаялы Хиллари ханым
АҠШ-тың 42-се президенты Билл Клинтондың йәмәғәте Хиллари Клинтон күп сәйәсмәндәрҙең ҡатындары кеүек күләгәлә ҡалыуҙы хуп күрмәне, ире менән бер ҡатарҙан дәүләт эштәрендә ҡатнашты. Ғаилә башлығының никахҡа хыянаты менән бәйле тарихтан һуң ул, үс итепме, үҙенең дә төшөп ҡалғандарҙан түгеллеген иҫбатларға тырышыпмы, ҙур сәйәсәткә инеп китте. Билл Клинтонды хәҙер бик һирәктәр генә хәтеренә төшөрһә, Хиллари ханым американдарҙың ғына түгел, донъя йәмәғәтселегенең иғтибар үҙәгенән төшмәй.
1 февралдән ул рәсми рәүештә Дәүләт секретары вазифаһынан китте һәм ошоноң менән бәйле киң мәғлүмәт сараларына “глобаль интервью” бирҙе. Һуңғы дүрт йыл эсендә АҠШ-тың тышҡы сәйәсәтен асылда Хиллари Клинтон алып барҙы тиергә була. Барак Обама уны үҙ командаһына алып яңылышманы, киреһенсә, отто ғына. Дүрт йыл дауамында сәйәсмән ханым донъя лидерҙары менән 1,7 мең (!) рәсми осрашыу уҙғарған. Бындай тығыҙ режимда эшләү һәр сәйәсмәндең ҡулынан килә торған эш түгел. Был йәһәттән Хиллари бик һере, әрһеҙ ҡатын булып сыҡты һәм күп кенә сәйәсмән ирҙәрҙең танауына сиртте. Шул уҡ ваҡытта Дәүләт секретары Президент Барак Обама менән 755 тапҡыр донъя проблемаларын тикшерергә өлгөргән.
Уларҙан тыш, журналистарҙы АҠШ менән Рәсәй араһындағы мөнәсәбәттәр ҙә ҡыҙыҡһындырмай ҡалманы. Эйе, һуңғы осорҙа аранан ҡара бесәй үтте тиергә мөмкин. Дмитрий Медведев президент булған осорҙа Барак Обама менән ике ил араһында ядро ҡоралын ҡыҫҡартыу тураһында документҡа ҡул ҡуйылғас, барыһы ла, “хәҙер үҙ-ара дуҫ йәшәйбеҙ икән”, тип еңел һулап ҡуйғандай булғайны. Иртәрәк шатланғанбыҙ шул.
Мөнәсәбәттәрҙең киҫкенләшеп китеүендә, әлбиттә, Хиллари ханымдың да өлөшө ҙур булды. Дөрөҫ, ул эшләгән осорҙа берлектә өлгәшелгән уңыштар ҙа булманы түгел. Шуларҙың береһе – Рәсәйҙең талабы буйынса Афғанстандан НАТО һәм АҠШ ғәскәрҙәрен сығарыу тураһында килешеүгә өлгәшеү. Хиллари Клинтон осоронда Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ағзалыҡҡа ҡабул ителеүен дә ыңғай миҫал итеп килтерергә мөмкин. Тик бына Европала ПРО системаһы урынлаштырыу, Сүриәләге һуғыш, Ирандың атом байытыуы буйынса фекер айырмалыҡтарын күрмәй булмай.
Нисек кенә булмаһын, бөгөн АҠШ — Рәсәй мөнәсәбәттәре ҡатмарлы осор кисерә, һәм быға Хиллари ханымдың ҡатнашлығы бар. Ул хәлде яйға һалыуға үҙ өлөшөн индерә ала ине, әммә киреһенсә килеп сыҡты. АҠШ сенаторҙарының “Магнитский акты” буйынса закон сығарырға тәҡдим итеүе, Барак Обаманың уға ҡул ҡуйыуы утҡа кәрәсин һипкәндәй булды. Яуап итеп, беҙҙә АҠШ граждандарына Рәсәйҙән уллыҡҡа бала алыуҙы тыйған “Дима Яковлев” тигән шартлы исемле документ ҡабул ителде. Күп тә үтмәй, АҠШ тарафынан “Магнитский акты” исемлеге оҙонайтылды, йәғни Америкаға инеү һәм был илдең банк системаһын файҙаланыу хоҡуғынан мәхрүм ителгән Рәсәй чиновниктары артты. Беҙҙең ил быға ла яуапһыҙ ҡалманы: тиҫтә йыл һуҙымында ике ил араһында наркотиктар әйләнеше буйынса ғәмәлдә булған таможня килешеүен өҙөүе хаҡында белдерҙе. Ошо килешеүгә ярашлы, һуңғы ун йыл эсендә АҠШ Рәсәйгә 12 миллион доллар аҡса түләгән. Илебеҙ етәкселеге белдереүенсә, рәсәйҙәр хәҙер американдар аҡсаһына мохтаж түгел. Бына шулай ҡатмарлашып китте эштәр.
Хиллари Клинтон әлеге интервьюһында Төньяҡ Африкала революциялар булыуына, Алжир, Ливия, Мали кеүек илдәрҙә ислам экстремистарының көсәйә барыуына ҡарата ла борсолоу белдерҙе һәм быны Европа союзы, Рәсәй менән берлектә генә еңеп буласағын йәшермәне. Рәсәй етәкселегенең АҠШ-ҡа ҡарата дөрөҫ сәйәсәт алып бармауын иҫбатлау өсөн Евросоюз менән берлектә эш алып барасаҡтарын да әйтеп үтте. Тик уның фекере менән рәсми Мәскәүҙең килешмәүе һәм яңы янъялға сәбәп сығыуы бар.
Хәҙер Хиллари ханым “яндырып киткән күперҙәр”ҙе уның урынына ҡалған Джон Керриға яңынан төҙөргә тура киләсәк. Әйткәндәй, был сәйәсмән 2002 йылдағы президент һайлауҙа демократтарҙан төп кандидат булараҡ ҡатнашып, ул саҡта кесе Дж. Буштан еңелгәйне. Хиллари Клинтонға килгәндә, ул дүрт йылдан һуң власҡа әйләнеп ҡайтыр өсөн ҙур сәйәсәттә тәнәфескә туҡтамаҡсы. 2016 йылғы президент һайлауҙа демократтар партияһынан тап ул төп кандидат буласаҡ, тиҙәр. Көс туплап, һайлауҙа еңә ҡалһа, АҠШ тарихында Клинтон беренсе ҡатын-ҡыҙ президент буласаҡ. Америкала демократия көслө шул — иң юғары вазифала ҡатын-ҡыҙҙы ла күрергә күп ҡалмағандыр.