“Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан бүлексәһенән депутаттар исемлеге билдәләнде.
Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау йомғаҡтарынан күренеүенсә, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк исемлеге өсөн республика һайлаусыларының 70,5 проценты тауыш биргән. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында алдынғылар иҫәбенә инә.
4 декабрҙәге һайлауҙа тауыштарҙың ошондай юғары проценты партияның төбәк бүлексәһе кандидаттарына 12 депутат мандаты алыу мөмкинлеген бирҙе. Билдәле булыуынса, төбәк исемлеген етәкләгән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика башлығы вазифаһында ҡалыу теләген белдерҙе.
“Берҙәм Рәсәй” төбәк бүлексәһенән 12 кеше Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты булды. Улар: Крашенинников Павел Владимирович, Рәхмәтуллина Зөһрә Йыһанур ҡыҙы, Качкаев Павел Рюрикович, Йосопов Марсель Харис улы, Дегтярев Александр Николаевич, Фәхретдинов Иршат Юнир улы, Баталова Рима Аҡбирҙе ҡыҙы, Мәхмүтов Әнүәр Әнәс улы, Климов Виктор Владимирович, Мырҙабаева Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы, Мәрҙәншин Рафаэль Мирхәтим улы, Поцяпун Владимир Тимофеевич.
“Башинформ”.