Григорий Куранов — Тулы хоҡуҡлы вәкил01.02.2013
Григорий Куранов — Тулы хоҡуҡлы вәкилБашҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Григорий Курановты республиканың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле — Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Григорий Владимирович Куранов 1959 йылдың 1 ғинуарында Көнсығыш-Ҡаҙағстан өлкәһенең Лениногорск ҡалаһында тыуған. Салауат ҡалаһындағы 6-сы мәктәпте тамамлаған. 1976—1978 йылдарҙа “Салауатбыяла” берекмәһендә эшләй. 1984 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай. Пермдәге “Кучер” реклама-сәйәсәт агентлығына етәкселек итә. 2011 йылдың июлендә “Берҙәм Рәсәй” партияһы лидеры В.В. Путиндың Пермь крайындағы ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе итеп тәғәйенләнә. 2012 йылдың июненән Пермь крайы губернаторы хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡара, 2012 йылдың июленән 2013 йылдың ғинуарына тиклем — губернатор хакимиәте етәксеһе.


Вернуться назад