Көҙгө һынау көтә01.02.2013
28 ғинуарҙа Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһында ил төбәктәрендәге һайлау комиссиялары рәйестәре менән кәңәшмә үтте.

Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Леонид Ивлев “Сәйәси партиялар тураһында”ғы һәм “Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыу хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы федераль закондарға үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы 157-се Федераль законды тормошҡа ашырыуға ҡағылышлы доклад менән сығыш яһаны. Уның әйтеүенсә, Рәсәйҙең 8 сентябрҙә төбәк парламенттарын һайлау күҙалланған ун алты төбәгенең икәүһендә генә пропорциональ һайлау системаһы ҡулланыласаҡ. Ҡалған ун дүрт төбәктә, шул иҫәптән Башҡортостанда, һайлау ҡатнаш система буйынса үтәсәк. Туғыҙ субъектта, шулай уҡ беҙҙең республикала, һайлау округтары схемаһы раҫланған. Ошоға бәйле Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиевкә республика парламентына депутаттар һайлау өсөн һайлау округтарын ойоштороу тәжрибәһе менән уртаҡлашырға тәҡдим иттеләр.
Хәйҙәр Арыҫлан улы үҙенең сығышында билдәләүенсә, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙағы депутаттар корпусының вәкәләттәре быйыл мартта тамамлана, әммә илдә Берҙәм тауыш биреү көнөн билдәләгән федераль ҡануниәттәге үҙгәрештәргә бәйле Дәүләт Йыйылышының вәкәләттәре 8 сентябргә тиклем дауам итәсәк.
Депутаттарҙы һайлау тәртибе Башҡортостан Республикаһының Һайлау тураһындағы кодексы менән билдәләнә. Уға ярашлы, закон сығарыу органы депутаттары ҡатнаш система буйынса һайлана: 55 кеше — берҙәм һайлау округы буйынса партия исемлектәре составында һәм 55 кеше — бер мандатлы һайлау округтары буйынса. Тимәк, республиканың бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға 110 кеше депутат булып үтәсәк.
Федераль ҡануниәттәге яңылыҡтарға ярашлы, һайлау округтары ун йылға ойошторола, шуға күрә бер мандатлы һайлау округтары схемаһы Дәүләт Йыйылышы тарафынан 2022 йылға тиклем раҫланды. Республикала 3452 һайлау участкаһы төҙөләсәк.
Рәсәйҙәге сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләре менән берлектә участка һайлау комиссияларын, биш йылға уларҙың резервын ойоштороу буйынса эш алып барыла. Әле территориаль комиссиялар ағзалыҡҡа кандидатуралар буйынса тәҡдимдәр ҡабул итә. 23 ғинуарҙан 21 февралгә тиклем бөтә комиссияларҙа ла документтар ҡабул итеүҙең берҙәм көндәре билдәләнде. Территориаль комиссияларҙың барыһы ла 1 мартта участка һайлау комиссияларын ойоштороу мәсьәләһе буйынса ултырыш үткәрә.
Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт сайтында “Участка комиссияларын ойоштороу” бүлеге асылды. Ул яңынан-яңы мәғлүмәттәр менән тулыландырыла. Саралар планға ярашлы тормошҡа ашырыла.


Вернуться назад