Киләһе осор ҙа емешле булмаҡсы01.02.2013
Кисә республика парламенты депутаттары яҙғы сессиялағы тәүге пленар ултырышҡа йыйылды. Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев республика ҡануниәтенең 2012 йылдағы торошо тураһында доклад менән сығыш яһаны.

Көн тәртибенә 30 мәсьәлә сығарылды. Закон проекттарының тиҫтәгә яҡыны хупланды. Мәҫәлән, беренсе уҡыуҙа ҡаралған “Башҡортостан Республикаһында Торлаҡ фондын хосусилаштырыу тураһында”ғы республика законына үҙгәрештәр индереү хаҡында ҡанун проекты шунда уҡ тулыһынса ҡабул ителде. Быға тиклем торлаҡ бинаны шәхси милеккә күсереү өсөн унда йәшәгән барлыҡ кешенең ризалығын алыу талап ителә ине. Хәҙер, яңы закон буйынса, быны эшләү өсөн торлаҡты хосусилаштырыу хоҡуғы булмаған ғаилә ағзаларының ризалығын алыу кәрәкмәй.
Ете проект тәүге уҡыуҙа ҡаралды. Улар араһында Башҡортостан Республикаһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексына, Ғаилә кодексының 24-се статьяһына үҙгәреш индереүгә ҡағылышлылары бар.
Башҡортостан прокурорының 1996 йылда уҡ ҡабул ителгән “Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөнөң ҡала статусы тураһында” Законындағы ҡайһы бер положениеларға дәғүәһе лә ҡаралды. Шулай уҡ депутаттар тиҫтәгә яҡын федераль закон проектын тикшерҙе.
Майҙа “Башҡортостан Республикаһының социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошмаларына дәүләт ярҙамы тураһындағы ҡануниәтте тормошҡа ашырыу” һәм июндә “Заман талаптары: Башҡортостан Республикаһындағы үҫештең юғары экологик стандарттарына табан” темалары буйынса парламент тыңлауҙары уҙғарырға ҡарар ителде.


Вернуться назад