Дуҫтар! Һеҙҙе борсоған һорауҙарға танылған юрист Таһир МАНСУРОВ яуап бирә. Уға мөрәжәғәт итеү өсөн һорау@mail.ru электрон адресына хат яҙып ебәрергә йәки телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (272-35-20) шылтыратырға мөмкин.
Өлгөрөп булырмы? — Торлаҡты хосусилаштырыуға бәйле һорауым бар. Белеүемсә, быйыл 1 марттан һуң ул түләүле буласаҡ. Ысынлап та шулаймы? Артабан ниндәй шарттар ҡуйыласаҡ? Мин баш ҡалалағы ятаҡтарҙың береһендә йәшәйем, уны ҡала милкенә күсерҙеләр. Беҙ бүлмәне бушлай хосусилаштырып өлгөрәбеҙме-юҡмы — билдәһеҙ. Был осраҡта ни эшләргә?
Артур, Өфө ҡалаһы.
— “Рәсәй Федерацияһында торлаҡ фондын хосусилаштырыу тураһында”ғы Закондың төп положениелары 2013 йылдың 1 мартынан үҙ көсөн юғалта. Был илдә торлаҡ биналарҙы түләүһеҙ хосусилаштырыу бөтә тигәнде аңлата.
Ә бына “Дәүләт һәм муниципаль милекте хосусилаштырыу тураһында”ғы Закондың 3-сө статьяһына ярашлы, был дәүләт һәм муниципаль милеккә ҡағылмай. Рәсәй Гражданлыҡ кодексының 217-се статьяһы буйынса милектең был төрҙәрен хосусилаштырыу закон менән билдәләнгән тәртиптә генә эшләнә. Ә бына торлаҡ биналарҙы ҡануниәткә тейешле үҙгәрештәр индергәнгә тиклем түләүле нигеҙҙә лә хосусилаштырып булмаясаҡ. Шулай итеп, 1 марттан һуң Рәсәй халҡына торлаҡҡа милек хоҡуғын ни бары граждандар һәм ойошмалар менән махсус договор төҙөп кенә (һатыу-һатып алыу, бүләк итеү һ.б.) мираҫҡа алып буласаҡ.
Икенсе һорауығыҙға яуап итеп шуны әйтәм: торлаҡты хосусилаштырыу өсөн документтарығыҙҙы 2013 йылдың 1 мартынан һуң тапшырһағыҙ, һуңлаясаҡһығыҙ. Суд практикаһында теге йәки был юридик эш башҡарыу өсөн “ниәт белдереү ваҡыты” тигән төшөнсә бар. Шуға күрә, мартҡа тиклем торлағығыҙҙы хосусилаштырып өлгөрмәгән хәлдә лә, шул ваҡытҡаса документтар тапшырып ҡалығыҙ. Муниципаль милек иҫәбендә был бинаның юҡлығына һылтанып, мөрәжәғәтегеҙҙе ҡарауҙан баш тартыуҙары бар. Әммә аҙаҡ суд тәртибендә бүлмәгә хоҡуғығыҙҙы дәлилләтергә мөмкин. Шуныһын онотмағыҙ: барлыҡ документтарығыҙҙы 1 мартҡа тиклем ебәргәнегеҙҙе дәлилләү мотлаҡ. Был маҡсатта килгән хаттарҙы теркәү штампын йәки почта аша ебәреүегеҙҙе иҫбатлаған квитанцияны файҙаланырға була.
Килем алғас, һалымын түлә— Арттырып түләү шарты менән үтескә аҡса биреп торҙом. Алған проценттар буйынса килемгә декларация бирергә тейешменме?
Зарема, Ҡалтасы районы.
— Эйе. Тағы шуныһын иҫтә тотоғоҙ: бер кешенең икенсеһенә займ килешеүе буйынса аҡса биреүе Рәсәйҙең Гражданлыҡ кодексы нормаларына ярашлы эшҡыуарлыҡ тип иҫәпләнә, быны закон тыймай. Тимәк, әлеге эшмәкәрлектән алынған килемгә Рәсәй Федерацияһы Һалым кодексының 227-се һәм 229-сы статьяларына ярашлы һалым билдәләнә.