Ҡырҡтан ашыу закон проекты ҡарала14.12.2011
22 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 46-сы ултырышы уҙасаҡ. Был турала кисә парламент Президиумының сираттағы ултырышында ҡарар ителде.
Депутаттар көн тәртибенә 40-тан ашыу закон проектын сығармаҡсы. Улар араһында "Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тураһында", "Башҡортостан Республикаһында урындағы үҙидаралыҡтар тураһында", "Башҡортостан Республикаһында юл эшмәкәрлеге һәм автомобиль юлдары тураһында"ғы республика закондарына нигеҙләнгән проекттар бар. Депутаттар билдәләүенсә, был ҡанундарҙың һәр ҡайһыһына үҙгәрештәр индереләсәк.
"Полиция тураһында" Федераль закон үҙ көсөнә инеү менән урындағы ҡайһы бер закон сығарыу акттары ғәмәлдән сыҡты. Был йәһәттән дә ҡануниәткә үҙгәрештәр индереү зарур. Ултырыштың икенсе һәм өсөнсө уҡыуына нәҡ ошо мәсьәлә сығарыласаҡ. Шулай уҡ "Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә халыҡты автомобиль транспорты менән хеҙмәтләндереүҙе ойоштороу тураһында" Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында" закон проекты ҡараласаҡ.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты икенсе һәм өсөнсө уҡыуға өс закон проектын тәҡдим итте. Улар мәғариф өлкәһенә, мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлауға, документтарҙың мотлаҡ данаһына ҡағыла.
Ә бына тәүге уҡыуҙа парламентарийҙар Башҡортостан Хөкүмәтенең башланғысын ҡарамаҡсы — республикала "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исем булдырыуҙы күҙ уңында тота ул.
Президиум ултырышында Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев депутаттарҙы экологик ҡануниәткә лә иғтибарлы булырға саҡырҙы һәм аныҡ тәҡдимдәр көтөүен әйтте.
А. ХУЖӘХМӘТОВА.


Вернуться назад