Европа союзын да СССР яҙмышы көтәме?31.01.2013
Бөйөк Британия киләсәктә ике ҙур референдум уҙғарырға йыйына. Беренсеһендә — Европа союзы, икенсеһендә Шотландияның Бөйөк Британиянан айырылып сығыу мәсьәләһе ҡараласаҡ. Аныҡ дата әлегә билдәле түгел. Яҡынса күҙаллауҙар буйынса, ул 2016 – 2017 йылдарҙа булыуы ихтимал. Европа союзының өс төп тотҡаһы — Германия, Франция һәм Бөйөк Британия илдәре етәкселәренең үҙ-ара осрашыуында Британия премьер-министры Девид Кэмерон ошо хаҡта белдерҙе.

Девид Кэмерондың ниәте

Эксперттар билдәләүенсә, Бөйөк Британияның Европа союзынан айырылып сығыуы тик зыянға буласаҡ. Рәсәйҙең элекке финанс министры Алексей Кудрин да, Рәсәй иҡтисады өсөн был файҙаға түгел, тип бара. Әйткәндәй, ул да Давостағы форумда ҡатнашты һәм Владимир Путин тирәһендәрәк йөрөнө. Бөйөк Британияның ЕС-тан айырылып сығырға уҡталыуы элегерәк тә булып алғайны. Ул саҡта ла был идея авторҙарының береһе Девид Кэмерон ине. Әлбиттә, уның артында либераль консерваторҙар тора. Унан килеп һуңғы йылдарҙа Бөйөк Британияға Рәсәйҙән һәм башҡа сит илдәрҙән байтаҡ миллиардерҙар килеп тулды. Абрамович, Березовский, Дерипаска, Батурина кеүектәрҙең милеккә һалымдары ғына ла уның ҡаҙнаһын туйындырырлыҡ! Шулай булғас, улар ниңә был аҡсаны көрсөк сигенә еткән Грецияға йә Италияға бүлеп бирергә тейеш һуң әле тигән урынлы һорау тыуа. ЕС-тан айырылып сығырға уҡталыу тәү сиратта ошо мәсьәләгә килеп төртөлә булһа кәрәк. (Ошо урында аңлатма биреп китеү урынлы булыр: Бөйөк Британия Европа союзында ағза булып торһа ла, һис кенә лә еврозонаға инмәй). Быға тиклем 27 илде берләштергән ЕС теге йәки был мәсьәләне хәл иткәндә Германия канцлеры Ангела Меркель менән Франция президенты Франсуа Олланд (уға тиклем башҡалары) гел алдан йөрөнө. Ә Девид Кэмерон күләгәлә ҡала килде. Ошо хәл дә Бөйөк Британияны халыҡ-ара майҙанда кәмһетмәй ҡалмағандыр. Был бер булһа, икенсенән, Бөйөк Британия географик яҡтан урынлашыуы йәһәтенән дә, йәшәйеше, көнитмеше менән дә Европа илдәренә ҡарағанда Америка Ҡушма Штаттарына яҡыныраҡтыр. ЕС-тан айырмалы ул үҙ сәйәсәтен туранан-тура АҠШ менән генә бәйләргә ынтыла. Дөрөҫ, ил быға тиклем дә АҠШ-тан тыш бер ни ҙә ҡылманы.
Бөйөк Британияның ЕС-тан сығырға маташыуының тағы ла бер әтнәкәһе бар: ул да булһа — һайлау. Киләһе йыл үтәсәк һайлауҙарҙа Девид Кэмерон яҡлыларға үҙ сәйәсәтен уңышлы алып барыу өсөн ниндәй ҙә булһа реформа уйлап сығарырға кәрәк ине һәм быны яртылаш булһа ла башҡарып сыға алдылар тип әйтергә мөмкин. Шуныһын да иҫтән сығарырға ярамай: Бөйөк Британия ЕС-тан сыға ҡалһа (беҙҙең ҡарамаҡҡа был бик икеле), Европа союзын да СССР кеүек тарҡалыу көтәсәк. Шуға ла берләшмәгә ингән илдәр был юлды һайламаҫ, аҡыллы бер ҡарарға килер тип өмөтләнәйек.

Американдар менән борсаҡ бешмәй

21 ғинуарҙа Барак Обаманың инаугурацияһы булып үтеүен билдәләп китергә кәрәк. Рәсәй-АҠШ мөнәсәбәттәре һуңғы арала бик ”һалҡынайҙы” тип әйтергә мөмкин. “Магнит акты” законы иһә утҡа кәрәсин һипкәндәй генә булды. Быға тиклем дә Европала ПРО системаһын урынлаштырмаҫ өсөн ҡырталашыуҙар, КХДР, Иран мәсьәләһендә фекер айырымлығы һиҙелде. Әле килеп АҠШ Рәсәйҙе Сүриәгә законһыҙ рәүештә ҡорал һатыуҙа ғәйепләй. Әлбиттә, быларҙың береһе лә ике ил араһындағы мөнәсәбәттәрҙә сағылыш тапмай ҡалмай. Рәсәйҙең асыҡтан-асыҡ Бәшәр Әсәд режимын яҡлауы ла американдарға оҡшап етмәй. Улай ғына ла түгел, улар уны күптән властан алып ташларға теләй. Ошондай шарттарҙа Барак Обаманың икенсе мөҙҙәткә һайланыу тантанаһы Рәсәй өсөн ғәҙәти ваҡиға ғына булып ҡалғандыр, моғайын.


Вернуться назад