Ҡаҙнаны байытырға мөмкин31.01.2013
Башҡортостан Хөкүмәте республика бюджетының һалымдан алынмаған килемдәрен Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәрен үҫтереүҙең яңы программаһы иҫәбенә арттырыуға иҫәп тота. Шул маҡсатта яңы ҡабул ителәсәк программаның проекты тикшереүгә сығарылды.

– Әлеге программалар киләсәктә һөҙөмтәле тормошҡа ашырыла ҡалһа, республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә, республика бюджетына һалымдан алынмаған килемдәр ыңғай йоғонто яһаясаҡ, – тине республика башлығы Рөстәм Хәмитов. – Беҙгә килемдәрҙең был өлөшөн, һис һүҙһеҙ, тиҙ арала үҫтерергә кәрәк.
Былтыр дәүләт һәм муниципаль мөлкәтте файҙаланыу һәм һатыу һөҙөмтәһендә бюджетҡа 12 миллиард һум аҡса ингән. Шуның яртыһы ер участкаларын һәм торлаҡ булмаған фондтарҙы ҡуртымға биреүҙән йыйылған.
Инвентаризация үткәреү мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республикала бөгөн биләү хоҡуғы теркәлмәгән өс меңгә яҡын ер участкаһы бар, һәм уларҙан республика бюджетына бер тин дә килем инмәй.
– Ерҙәрҙе һөҙөмтәһеҙ файҙаланыу килешкән эш түгел, – тип билдәләне Рөстәм Зәки улы.
Ултырышта иҡтисади һөҙөмтәлелекте үҫтереүҙең тағы бер сығанағы – рентабелле эшләмәгән дәүләт унитар предприятиеларын хосусилаштырыу тураһында ла һүҙ булды. Президент билдәләүенсә, былтыр 184 дәүләт унитар предприятиеһынан 90 миллион, акционерҙар йәмғиәтенән өс миллиард һум аҡса йыйып алынған.
Республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы дәүләт унитар предприятиеларын үҙгәртеп ҡороу һәм ҡулайлаштырыу тәҡдиме менән сығыш яһаны.


Вернуться назад