Үҙгәрештәр көтөлә29.01.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың “Рәсәй вертолеттары” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Дмитрий Петров менән осрашыуында Күмертау авиация предприятиеһын үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.
Дмитрий Петров әйтеүенсә, был – уның республика Президенты менән сираттағы осрашыуы.
— Беҙ бер нисә мәсьәләне тикшерҙек, улар Президентта хуплау тапты. Шулай уҡ композит материалдар етештереү, яңы завод асыу, ошо предприятиеның милкенә идара итеүҙә республиканың ҡатнашыу мәсьәләләрен ентекле тикшерҙек, — тине вертолет холдингы башлығы осрашыу йомғаҡтары буйынса.