“Әйҙәгеҙ, беҙҙең кешеләр нисек йәшәгәнен ҡарайыҡ. Мин “Эш, хеҙмәт хаҡы, торлаҡ” өҫтөнлөктәрен юҡҡа ғына һайламаным. Граждандарыбыҙҙың тормош сифатын билдәләүсе ошо төп йүнәлештәр буйынса бик күп хәл ителмәгән мәсьәләләребеҙ бар.
Республикала эшһеҙлек ил буйынса уртасанан юғары. 39 меңдән ашыу кеше хеҙмәт биржаһында тора. Был — ҙур муниципаль район халҡы менән сағыштырырлыҡ һан. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер эшһеҙҙәрҙең биржала теркәлмәүен дә иҫтән сығарырға ярамай”.
(Президент Мөрәжәғәтнамәһенән).
Йыл тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Үтелгән осорҙо бөгөн үк байҡап, башҡарылған эштәрҙе барларға, ниндәйҙер һығымталар яһарға була, тимәк.
Эшһеҙлек мәсьәләһен алайыҡ. Хәл үҙгәргәнме? Ниндәй саралар тормошҡа ашырылған? Росстаттың һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, 2011 йылдың 1 ноябренә Башҡортостанда дөйөм эшһеҙлек кимәле 7,6 процент тәшкил иткән — был үткән йылғы ошо осор менән сағыштырғанда 1,4 процентҡа кәмерәк. Шуның менән бергә теркәлгән эшһеҙлек кимәле иҡтисади әүҙем халыҡтың 1,4 процентын тәшкил иткән (2010 йылда — 1,6 процент), шул иҫәптән ҡалалар буйынса — 1,3 процент, райондарҙа — 1,4, Өфө ҡалаһында — 1,6 процент. Белгестәр билдәләүенсә, Ағиҙел (6,4 %), Межгорье (2,3 %) ҡалаларында һәм Ҡалтасы районында (2,7 %) был күрһәткес һаман да юғары ҡала. Шул уҡ ваҡытта Миәкә (0,71 %), Баҡалы (0,76 %) райондарында ул иң түбәне, ә 33 ҡала һәм районда эшһеҙлек республикалағы уртаса кимәлдән артмай.
— Дөйөм алғанда, беҙҙә хәл тотороҡло һәм алдан фаразланған күрһәткестәрҙән ашмай, — тип билдәләне Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы мәшғүллек дәүләт хеҙмәте етәксеһе Тимерхан Биккинин журналистар менән осрашыуҙа.
Күреүебеҙсә, эшһеҙҙәр һаны кәмегән. Башҡортостанда эшһеҙлекте кәметеүгә йүнәлтелгән дәүләт саралары күрелә.
Башҡортостан Республикаһы хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлекте кәметеү өсөн быйыл федераль һәм республика ҡаҙнаһынан 2,2 миллиард һум аҡса бүленгән, шуның 1,4 миллиард һумы — эшһеҙ граждандарға социаль түләүҙәр өсөн.
Халыҡты эш менән тәьмин итеүҙең һәм кәрәкле белгестәр әҙерләүҙең йоғонтоло алымдарының береһе — профилле уҡытыу, тип билдәләне Тимерхан Биккинин. Мәшғүллек хеҙмәтенең урындарҙағы бүлектәре йыл башынан бөтәһе 9629 кешене (эшһеҙҙәрҙең дөйөм һанынан 9,9 процент) уҡыуға ебәргән. Әйткәндәй, Башҡортостанда 180 белгеслек буйынса профилле уҡыуҙар алып барыла. Мәшғүллек хеҙмәте булышлығында 76763 кеше эш тапҡан.
Өлгәшелгәндәрҙе инҡар итеп булмай. Әммә ҡайһы бер ҡала һәм райондарҙа эшһеҙлекте кәметеү һүлпән бара. Мәҫәлән, Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов билдәләүенсә, Бәләбәйҙә, Октябрьскийҙа, Әлшәй, Архангел, Асҡын, Иглин, Ҡырмыҫҡалы һәм Ҡыйғы райондарында эшкә урынлаштырыу кимәле бик түбән. Тағы шуныһы: вице-премьер эшһеҙлекте хәл итеүҙә халыҡтың өмөттәре тулыһынса аҡланып етмәүен дә һыҙыҡ өҫтөнә алды. Башҡортостан Фәндәр академияһының социаль-хоҡуҡи тикшеренеүҙәр институты уҙғарған һорау алыу мәғлүмәттәре буйынса, көнүҙәк социаль мәсьәләләр исемлегендә, хаҡтар артыуы (67,8 %) һәм түбән эш хаҡынан (54,4 %) ҡала, эшһеҙлек өсөнсө урында (30,4 %) килә, республика халҡының яртыһынан күберәге мәсьәләнең киҫкен булыуын билдәләй. Тимәк, был йәһәттән эшләргә лә эшләргә кәрәк. Фидус Ямалетдинов, социаль яҡтан яҡланмаған кешеләрҙе эш менән тәьмин итеүҙең алмаш (альтернатив) юлы булараҡ, инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыуҙы, эшһеҙҙәрҙе йәмәғәт эштәренә киңерәк йәлеп итеүҙе, йүнселлеккә ярҙам итеүҙе, халыҡ кәсептәрен һәм өй шарттарындағы хеҙмәтте үҫтереүҙе хәл итеүҙе тәү сираттағы бурыстар тип һанай.
Фаил ҠЫЛЫСБАЕВ.