Альберт МИФТАХОВ: “Киләсәгебеҙ уртаҡ икәнен аңларға кәрәк”26.01.2013
Альберт МИФТАХОВ: “Киләсәгебеҙ уртаҡ икәнен аңларға кәрәк”Былтыр республикала “Яҡташтар” тип аталған үҙенсәлекле проект тормошҡа ашырыла башланы. Уның маҡсаты — абруй һәм ихтирам ҡаҙанған кешеләрҙе, заманыбыҙҙың ысын геройҙарын билдәләү. “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе, проект авторҙарының береһе Альберт Мифтахов менән ошо эштең нисек барыуы хаҡында әңгәмәләштек.

— Альберт Ленар улы, “Яҡташтар” проекты әле ниндәй стадияла? Нимәләр эшләнде, нимәләр көтөлә?
— Әле эштең хәл иткес, һуңғы осоро башланды. Ошоғаса нимәләр эшләнде һуң? Беренсенән, мөмкинлекте файҙаланып, кешеләргә проекттың асылы, бурыстары тураһында һөйләнек, унда ҡатнашыуға йәлеп иттек. “Яҡташтар” гәзитенең махсус сығарылышында анкетаның бланкы баҫылып сыҡты. Уны киҫеп алып, үҙаллы тултырырға һәм һәр районда ҡуйылған махсус йәшниккә төшөрөргә була. Бынан тыш, www.zemlyaki.name махсус сайтын астыҡ, унда ла электрон анкетаны тултырырға мөмкин. Һөҙөмтәлә ҡағыҙ, электрон анкеталар байтаҡ йыйылды. Шулай ҙа проектҡа кешене күпләп ылыҡтырырға, Башҡортостандың барлыҡ халҡын йәлеп итергә теләйбеҙ. Интернетты әлегә бөтәһе лә файҙаланмауын аңлайбыҙ. Район үҙәгендә ҡуйылған йәшниккә лә барып етеү еңелдән түгел. Шуға күрә анкеталарҙы өй беренсә йөрөп таратып, тултыртып алырға ҡарар иттек. Беҙҙә ирекле ярҙамсылар төркөмө ойошторолдо. Бөгөн ундайҙарҙы волонтер тип атайҙар. Ошо егет һәм ҡыҙҙар анкеталарҙы йорттарға һәм фатирҙарға тарата.
— Әлегә проектта ҡатнаша алмаған кешеләргә волонтерҙы көтөргә генә ҡала, тимәк...
— Эйе, көтөргә һәм кемде тәҡдим итеү хаҡында уйланырға. Анкета бик ябай, “Тарихи шәхестәр” һәм “Замандаштар” тигән ике өлөшкә бүленгән. Һәр категорияла өс исемде билдәләргә мөмкин.
— “Тарихи шәхестәр” төшөнсәһен нисек аңларға? Уға элегерәк йәшәгән шәхестәр инәме?
— Юҡ, мотлаҡ түгел. Был категорияға үҙегеҙ шәхсән белгән, ҡасандыр арабыҙҙан киткән кешеләрҙе яҙырға мөмкин. Әлбиттә, улар “шәхес” тигән исемгә лайыҡ булырға һәм тарихта эҙ ҡалдырырға тейеш. Ә “Замандаштар” — ул әле беҙҙең менән бергә йәшәгән яҡташтарыбыҙ, район, ҡала, ауылығыҙҙағы иң яҡшы, лайыҡлы кешеләр. Ундайҙарға ҙур ғалимдар, игенселәр, табиптар, уҡытыусылар — ҡыҫҡаһы, төрлө һөнәр эйәләре инә. Иң мөһиме — был кешеләр “Тарихи шәхестәр” иҫәбенә ингәндәрҙең эшен лайыҡлы дауам итергә, айырыуса йәштәргә өлгө булырға тейеш. “Яҡташтар” проекты йәштәребеҙҙе күҙ уңында тотоп эшләнде бит.
— Өлкәндәргә лә ысын кешенең ниндәй булырға тейешлеген хәтерләтеү зыян итмәҫ...
— Һеҙҙең менән тулыһынса килешәм. Минеңсә, “Яҡташтар” — барыбыҙ өсөн дә изгелеккә һәм яҡшылыҡҡа ынтылыу, кешене вазифаға йәки абруйлы исемгә ҡарап түгел, ә эшкә, хеҙмәткә ҡарап баһаларға, лайыҡлыларға изге һүҙҙәр әйтергә өйрәнеү, эргәбеҙҙәгеләргә иғтибарҙы һәм ихтирамды арттырыу мөмкинлеге. Был йәһәттән, яңынан өйрәнмәһәк тә, үткәндәрҙе ныҡлап хәтергә төшөрөргә кәрәк.
— Әле тормош ҡатмарлы, ҡырыҫ, тиҙәр...
— Буш һүҙ! Тормошто үҙебеҙ төҙөйбөҙ. Тарихыбыҙҙа күпкә ҡатмарлыраҡ дәүерҙәр булмағанмы ни? Әлбиттә, күпте күргән, кисергән халҡыбыҙ. Әммә атай-олатайҙарыбыҙ һәр ауырлыҡты еңеп сыҡҡан, сөнки бер-береһенә ярҙамлашҡан, ҡайғы-шатлыҡты уртаҡлашҡан. Тәү сиратта яҡташтар булыуыбыҙҙы, еребеҙ, геройҙарыбыҙ, яҙмышыбыҙ, киләсәгебеҙ уртаҡ икәнлеген аңлау зарур. Шул саҡта эшебеҙ уңасаҡ.


Вернуться назад