— Баш ҡалалағы ҙур сауҙа үҙәгенән ҡиммәтле телевизор һатып алғайным, әммә күп тә үтмәҫтән ул насар күрһәтә башланы, һәм ремонтҡа алып барҙыҡ. Гарантия ваҡыты үтмәгәйне, әммә йүнәткәндән һуң беҙҙән аҡса талап иттеләр. Түләмәһәгеҙ, кире бирмәйбеҙ, тиҙәр. Гарантияһы ғәмәлдә булғас, бушлай эшләргә тейеш түгелдәрме ни?
Ленар, Өфө ҡалаһы.
— “Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау тураһында”ғы Закондың 18-се статьяһына ярашлы, һеҙ төҙөк булмаған тауарҙы бушлай йүнәттереүҙе талап итергә хоҡуҡлы. Әгәр тауарҙың ауырлығы биш килограмдан күберәк икән, һатыусы уны ремонтлаясаҡ ергә үҙе алып китергә тейеш.
“Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау тураһында”ғы Закондың 20-се статьяһына ярашлы, һатыусы тауарҙағы етешһеҙлекте гарантия срогы осоронда кисекмәҫтән, йәғни мөмкин тиклем ҡыҫҡа ваҡытта бөтөрөргә тейеш. Тотҡарланған һәр көн өсөн тауар хаҡының 1 проценты күләмендә неустойка түләтә алаһығыҙ.
Һеҙгә кәңәшем шул: һатыусы, фирма етәксеһенә яҙма дәғүә менән мөрәжәғәт итегеҙ һәм урындағы ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау йәмғиәтенә ялыу ебәрегеҙ.
Ветеран фатирға өмөтләнә алмай— 90 йәшлек атайым 1941 — 1945 йылдарҙағы һуғышта ҡатнашмаған, сөнки уны һаулығы буйынса бронь менән алып ҡалғандар, был турала бөтә документтар ҙа һаҡлана. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына түләүһеҙ бирелгән фатирға уның хоҡуғы бармы?
Фәниә, Саҡмағош районы.
— “Ветерандар тураһында”ғы Федераль законға ярашлы, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары тип тыуған илде һаҡлау буйынса һуғышта йәки хәрби хәрәкәт барған урындарҙа ғәскәри частарҙы тәьмин итеүҙә ҡатнашҡандар; 1941 — 1945 йылдарҙа кәмендә алты ай дауамында хәрби хеҙмәттә булғандар йәки тылда эшләгәндәр (СССР-ҙың ваҡытлыса оккупацияла булған территорияларындағы хеҙмәт осоро иҫәпкә индерелмәй); СССР-ҙың Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы хеҙмәт өсөн бирелеүсе ордендары һәм миҙалдары менән бүләкләнеүселәр таныла. Федераль закон төбәктәргә һуғыш ветерандарына һәм тыл эшсәндәренә социаль ярҙам күрһәтеү мәсьәләһен үҙаллы көйләү хоҡуғы бирә. Тимәк, был һорауға яуап эҙләп, Башҡортостан Республикаһының “Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы Көстәр ветерандары тураһында”ғы Законына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ҡануниәттең 20-се статьяһына ярашлы, тыл хеҙмәткәрҙәренең түләүһеҙ торлаҡ майҙанына хоҡуғы юҡ.