Яҙмышты хәл итер мәл23.01.2013
“Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы яңы Закон 1 сентябрҙән көсөнә инә. Әле ҡанунға өҫтәмә рәүештә ҡабул ителәсәк документтарға ҡағылышлы фекер алышыу бара.

Ил төбәктәре алдында мәғариф тураһында үҙ законын әҙерләү бурысы тора. Башҡортостанда был йәһәттән эш төркөмө булдырылып, йәмәғәтселектән тәҡдимдәр, фекерҙәр ҡабул ителә башланы.
— Документты әҙерләүҙә халыҡтың яҡындан ҡатнашыуына иҫәп тотабыҙ, — тине республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова матбуғат конференцияһында. — Педагогтарға, ата-әсәгә ышаныс айырыуса ҙур — улар йәш быуындың яҙмышы хәл ителгәндә битараф ҡалырға тейеш түгел. Халыҡ ҡанунды әҙерләгәндә үҙ һүҙен, тәҡдимен әйтә икән, төрлө уйҙырмаға, яңылыш фекергә урын булмаясаҡ.
Республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязовтың әйтеүенсә, белем биреү тармағында көтөлмәгән, ҡырҡа үҙгәрештәр булмаясаҡ, төп алымдар, өҫтөнлөктәр һаҡланасаҡ. Әйтәйек, әле халҡыбыҙ өсөн иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе — дәүләт телен уҡытыу. Был йәһәттән “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы Закон мөмкинлектәрҙе сикләмәй. Унда яҙылғандарҙы төбәк ҡануниәте менән нығытып, дөрөҫ файҙаланыу ғына зарур.
Белеүебеҙсә, Рәсәй мәғарифы хаҡында закон проекты әҙерләнгәндә беҙҙең республиканың эш төркөмө әүҙем ҡатнашты. Тәҡдим ителгән төҙәтмәләрҙең иҫәпкә алыныуы күләме буйынса илдә тәүгеләр рәтенә сыҡтыҡ. Әйтәйек, төпкөлдәрҙәге белем усаҡтарын япҡанда ауыл халҡының да фекеренә таяныу кәрәклеге тураһындағы тәҡдимдең яңы Закон менән нығытылыуы халҡыбыҙ өсөн айырыуса һөйөнөслө. Өҫтәүенә, хәҙер ябай мәктәптәрҙә башланғыс һөнәри белем биреү мөмкинлеге асыла. Тимәк, ауыл йәштәренең, үҙ төбәгендә ҡалып, уны үҫтереүгә тос өлөш индерә башларына ышаныс нығый.
Ғөмүмән, оҙаҡ әҙерләнгән документтарҙың береһе булған “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы Законда йәмғиәттең барлыҡ ҡатламының ихтыяждары иҫәпкә алынған, тип әйтергә мөмкин. Уны үҙ мәнфәғәтебеҙҙә дөрөҫ файҙалана белеү генә зарур.


Вернуться назад