Ҡарғаға ла статья табылды23.01.2013
Депутаттарыбыҙ яңы йылда ең һыҙғанып эшкә кереште. Яңыраҡ ҡына комитеттарҙа һөйләшеүҙәр ойошторолһа, кисә Президиум ултырышы булды. Унда республика парламентының 31 ғинуарҙа үтәсәк 59-сы ултырышында ҡаралырға тейешле мәсьәләләр исемлеге раҫланды.
Депутаттар иғтибарына 16 закон проекты сығарыла. Уларҙың тиҫтәгә яҡыны тулыһынса ҡабул ителер тип көтөлә. 2012 йылда Башҡортостан ҡануниәте торошо тураһында доклад тыңланасаҡ.
Президиум ултырышында билдәләнеүенсә, ҡыҙыҡлы закон проекттары бар. Мәҫәлән, һунар һәм Башҡортостандың һунар ресурстарын һаҡлау тураһындағы республика ҡануниәтенә үҙгәрештәр индереләсәк. Бынан ары айыуҙы һәм тояҡлы хайуандарҙы атырға рөхсәт алыу өсөн үткәрелгән йәрәбәне асығыраҡ итеү маҡсатында видеотеркәү ҡулланыласаҡ. Шулай уҡ вәкәләтле орган бинаһында һәм уның рәсми сайтында еңеүселәр исемлеге донъя күрергә тейеш. Закон проектының икенсе өлөшө һунар ресурстары иҫәбенә һайыҫҡанды, ҡарғаны, мышар барҡылдағын индереүҙе күҙаллай. Ни өсөн тигәндә, улар бик артҡан һәм һунар хужалығына, йәнлектәр донъяһына, ауыл хужалығына зыян килтерә, ауырыу таралыуына сәбәпсе була. Быға тиклем уларҙың һаны закон менән көйләнмәй ине.
Экология темаһына иғтибар ҙур буласаҡ. Республикала “Заман талаптары: Башҡортостан Республикаһындағы үҫештең юғары экологик стандарттарына табан” темаһына парламент тыңлауҙары үткәреү хаҡында ҡарар ҡабул ителде. Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә иғлан ителгән Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылында был айырыуса көнүҙәк.