Кисә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре барышында Туймазы районында һәм Октябрьский ҡалаһында булды.
Республика етәксеһе балалар баҡсаһы һәм күп фатирлы туғыҙ йортто йылылыҡ менән тәьмин иткән заманса ҡаҙанлыҡтың эше менән танышты, торлаҡ-коммуналь хужалығын реформалауға булышлыҡ итеү фонды программаһына ярашлы төҙөкләндерелгән күп фатирлы торлаҡ йорттарҙы, 60 урынлыҡ балалар баҡсаһын реконструкциялау барышын тикшерҙе, Боҙ һарайы төҙөләсәк урынды ҡараны.
Туймазы ҡалаһында Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Президиумының “Торлаҡ фондына идара итеү мәсьәләләре һәм уны камиллаштырыу буйынса саралар тураһында”ғы мәсьәләгә арналған күсмә ултырышын үткәрҙе. Унда Президент торлаҡ-коммуналь хужалығын яңыртыу, күп фатирлы йорттарға идара итеү системаһына етди үҙгәрештәр индереү кәрәклеген билдәләне. Республика етәксеһе фекеренсә, реформаны торлаҡ-коммуналь хужалыҡтағы мәсьәләләрҙе тамырынан өйрәнеп тормошҡа ашырырға, тармаҡтағы иң яҡшы күренештәрҙе ҡалдырырға, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә кәрәк. “Йорттарға идара итеү мәсьәләһен йылдам хәл итеү зарур, сөнки кешеләр көтөп арыны”, — тип билдәләне Башҡортостан Президенты.
Рөстәм Хәмитов торлаҡ-коммуналь хужалығын “йәшәйеште тәьмин итеү тармағы” тип атаны. “Һуңғы йылдарҙа дәүләт торлаҡ-коммуналь хужалығындағы хәлде яҡшыртыу буйынса байтаҡ саралар күрә”, — тине ул. Тариф сәйәсәтен һәм уғрылыҡты Президент ауыр хәлдең төп сәбәптәре тип билдәләне.
Һуңғы ваҡытта тармаҡтың эшенә ялыуҙар һаны ҡырҡа артҡан. Ултырышта республика Президенты ошо мәсьәләне лә күтәрҙе. Мәҫәлән, Дәүләт торлаҡ инспекцияһына биш меңдән ашыу ялыу килгән. Был 2010 йылғы кимәлдән 50 процентҡа күберәк. Ялыуҙарҙың яртыһынан ашыуында йортҡа идара итеү сифатына дәғүә белдерелә. Рөстәм Зәки улы ошо мөрәжәғәттәргә ярашлы прокуратура үткәргән тикшереү йомғаҡтары тураһында һөйләне. Улар буйынса 26 административ һәм 7 енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Л. ДӘҮЛИЕВА.