“Берҙәм тәҙрә”эште еңеләйтә22.01.2013
Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев “берҙәм тәҙрә” принцибы буйынса дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе этаплап күрһәтеүҙе ойоштороу барышы һәм ведомство-ара электрон эш итеү мәсьәләләренә арналған видеоселектор кәңәшмәһе үткәрҙе. Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.
Кәңәшмәне асып, Дмитрий Медведев, һәр төбәктә дәүләттең хеҙмәтләндереү үҙәктәренә идара итеү системаһы ойошторолорға тейеш, тип билдәләне.
— Күп йүнәлешле үҙәктәр селтәрен үҫтереү бурысы төбәктәр иңенә төшә. Уларҙың һәр береһендә ошо ҡатмарлы проектҡа идара итеү системаһы ойошторолорға тейеш. Төбәк һәм муниципаль бюджетты төҙөгәндә сығымдарҙы күҙ уңында тотоу фарыз. Коллегаларым — губернаторҙарға мөрәжәғәт итеп, был проект өсөн уларға шәхси яуаплылыҡ йөкмәтелеүен билдәләргә теләйем. Граждандарыбыҙҙың күпселеге өсөн был бик мөһим проект, сөнки һәр кеше дәүләт структураларына мөрәжәғәт итә, — тине Дмитрий Медведев.
Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе шулай уҡ күп йүнәлешле үҙәктәрҙең ҙур ҡалалар өсөн генә түгел, ә ауылдар өсөн дә әһәмиәтле булыуын билдәләне. “Бер ҡағыҙ алыу өсөн кешеләр алыҫтағы район үҙәктәренә барырға, сиратта торорға мәжбүр. Бындай хәлгә юл ҡуйырға ярамай”, — тине Дмитрий Медведев.