Берәү ҙә ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ19.01.2013
Бюджет, һалым, финанс һәм милек мәсьәләләре буйынса комитет ултырышы барышында медицина ойошмаларын Мотлаҡ медицина страховкаһы системаһы аша финанслау мәсьәләләренә арналған “түңәрәк өҫтәл” үтте. Унда республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, медицина учреждениелары вәкилдәре, депутаттар ҡатнашты.
Медицина тармағын реформалау дауам итә. Быйыл, мәҫәлән, “ашығыс ярҙам” системаһын үҙгәрештәр көтә: һүҙ тармаҡты Мотлаҡ медицина страховкаһы фонды аша финанслау хаҡында бара. Ошоға бәйле ҡаршылыҡлы фекерҙәр ишетелеп тора. Яңылыҡ халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеүҙә ниндәй сағылыш табасаҡ, ярҙамдың сифатын яҡшыртасаҡмы, ҡағиҙә-нормативтар үҙгәрәсәкме – ошо һәм башҡа һорауҙарға һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Александр Афанасьев яуап бирҙе:
– “Ашығыс ярҙам”дың эше аныҡ һөҙөмтәләр буйынса баһаланасаҡ: ярҙам күрһәтелгән һәр кеше хаҡындағы мәғлүмәт страховка компанияһына ебәреләсәк, үҙ сиратында ул бер ай эсендә тейешле сумманы әлеге хеҙмәт иҫәбенә күсерәсәк. Дөйөм алғанда, финанс-ойоштороу мәсьәләләре халыҡҡа ашығыс ярҙам күрһәтеүҙә бер ниндәй ҙә сағылыш тапмаясаҡ – барыһы ла кешеләр күнеккән килеш ҡаласаҡ.
Өфө ҡалаһының ашығыс медицина ярҙамы станцияһы етәксеһе Марат Йыһаншин тармаҡтың үҙенсәлектәре, уға йөкмәтелгән бурыстарҙың поликлиникала йәки стационар шарттарҙа күрһәтелгән хеҙмәттән нимәһе менән айырылыуын билдәләп үтте, ҡалалағы һәм ауылдағы аҡ халатлыларҙың эшен бер үк хаҡҡа баһалау ғәҙел булмауын, миллиондан ашыу кеше йәшәгән ҙур мегаполиста табиптарҙың эше күпкә көсөргәнешлерәк икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Башҡортостандың Мотлаҡ медицина страховкаһы территориаль фонды етәксеһе урынбаҫары Гүзәл Емасова финанслауҙың база һәм өҫтәмә программалары, уларҙың күләме менән таныштырҙы һәм яңы системаның һөҙөмтәләре хаҡында һығымта яһау әлегә иртәрәк икәнлеген белдерҙе. Атап әйткәндә, яңылыҡ быйыл һынау үтәсәк, уның һөҙөмтәләренә ҡарап, ҡайһы бер ҡанун-ҡағиҙәләргә үҙгәреш индерелеүе ихтимал.