Дуҫтар! Һеҙҙе борсоған һорауҙарға танылған юрист Таһир МАНСУРОВ яуап бирә. Уға мөрәжәғәт итеү өсөн һорау@mail.ru электрон адресына хат яҙып ебәрергә йәки телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (272-35-20) шылтыратырға мөмкин.
Алдан уйларға ине— Бик яҡшы танышыма ҙур ғына суммаға поручитель булып барғайным. Тәүҙә ул кредитын ваҡытында түләп барҙы, әммә бер йыл элек туҡтаған икән (мин был хаҡта белмәнем дә). Хәҙер банк икебеҙҙе лә судҡа бирҙе. Суд ҡарары буйынса мине мәжбүри түләтә аласаҡтармы? Әгәр шулай булһа, бынан ҡотолоу өсөн ни эшләргә кәрәк?
Илдар,
Саҡмағош районы.
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, танышығыҙҙың бурысынан ҡотола алмаҫһығыҙ шул. Гражданлыҡ кодексының 363-сө статьяһына ярашлы, һеҙ банк алдында кредит алыусы кеүек үк бер кимәлдә яуаплы. Кәңәш бер генә: бынан ары кемгәлер поручитель булыр алдынан бик ныҡ уйлағыҙ.
Хәйләкәрҙәр юридик тармаҡта ла бар– Коммерция нигеҙендә эшләгән адвокат үҙәктәренә ышанырға буламы икән? Ике арала төҙөлгән килешеү һағайта: ул бик ябай ғына ине, имза һәм мисәттән башҡа бер ниндәй ҙә мәғлүмәт юҡ.
Мансур,
Бөрө ҡалаһы.
— Рәсәйҙә ике төр суд вәкилдәре бар: был адвокаттар һәм башҡа вәкилдәр. Адвокаттар — квалификация имтиханы тапшырған юристар һәм адвокатлыҡ коллегияһына ингән кешеләр. Ә вәкил булып теләһә кем бара ала, уларға юрист булыу мотлаҡ түгел. Әгәр һеҙ үҙен адвокат тип танытҡан кеше менән эш алып барыуығыҙҙа шикләнһәгеҙ, уның кемлеген тикшереү өсөн адвокат танытмаһын һорағыҙ һәм адвокаттар коллегияһына мөрәжәғәт итегеҙ. Унда бындай адвокат бармы, юҡмы икәнлеген әйтәсәктәр. Башҡа күп тармаҡтарҙағы кеүек үк, юридик ярҙам биреү өлкәһендә лә алдаҡсылар һәм квалификацияһыҙ кешеләр йыш осрай. Адвокат танытмаһы булыу ҙа юристың юғары квалификацияһы тураһында һөйләмәй. Үҙ мәнфәғәттәрегеҙҙе яҡлау өсөн юрисҡа мөрәжәғәт иткән саҡта барлыҡ нескәлектәрҙе лә тикшерегеҙ. Бында ваҡ-төйәктәр юҡ, сөнки уның квалификацияһынан һеҙҙең яҙмышығыҙ хәл ителеүе ихтимал. Һеҙҙеңсә, дөрөҫ төҙөлмәгән килешеү тәҡдим итәләр икән, был һағайтырға тейеш. Нисек кенә булмаһын, юрист судта һеҙҙең мәнфәғәттән сығып эш итәсәк, ә һеҙ уға бар яҡтан да ышанырға тейешһегеҙ. Бындай ышаныс юҡ икән, бергә эшләүе ауыр буласаҡ. Юристың квалификацияһы уның судтағы эштәре менән дәлилләнә.