Өфөлә Рәсәй төбәктәренән ИТАР-ТАСС агентлығы хәбәрселәренең йыйыласағы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Кисә "Башинформ" мәғлүмәт агентлығында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ИТАР-ТАСС етәкселеге һәм
төбәк хәбәрселәре менән осрашты.
Башҡортостан "Рәсәйҙең мәғлүмәт телеграф агентлығы (ИТАР-ТАСС)" федераль дәүләт унитар предприятиеһы менән оҙаҡ йылдар хеҙмәттәшлек итә.
Быйыл апрелдә Башҡортостан Хөкүмәте ИТАР-ТАСС агентлығы менән мәғлүмәти хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Маҡсаты – республикабыҙҙың сәйәси, иҡтисади, социаль һәм мәҙәни тормошон яҡтыртыу, төбәккә инвестициялар йәлеп итеү.
Йәй Башҡортостан Президенты Хакимиәте ИТАР-ТАСС менән берлектә Рәсәйҙең алдынғы киң мәғлүмәт сараларының баш мөхәррирҙәре өсөн республикабыҙға пресс-тур ойошторҙо. Күп тә үтмәне Көньяҡ Корея һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренең киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә лә ошондай сарала ҡатнашыу форсаты тейҙе.
Рөстәм Зәки улы Башҡортостанда сәнәғәттең үҫеш кисереүен, ауыл хужалығындағы ҡаҙаныштарҙы бәйән итте, шул уҡ ваҡытта нефть һәм бүтән тармаҡтарҙан тыш бында тәбиғәттең иҫ киткес хозурлығын да телгә алды һәм туризмды үҫтереү өсөн мөмкинлектәрҙең ҙур булыуын билдәләне.
– "Кешеләр өсөн эшләү!" девизы буйынса эш итәбеҙ, – тип дауам итте һүҙен республика башлығы. – Йыл ярым эсендә күп урында халыҡ менән осрашыуҙар үткәрҙем, ысынлап та, күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеүгә ни етә! Бындай саралар үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай, әлбиттә. Кешеләрҙең властан айырылғанлығын тойҙом, улар бер ҡайҙа ла яҡлау тапмаған. Ҡыҫҡаһы, мин асыҡтан-асыҡ әңгәмә яҡлымын һәм уға әҙермен, бөтөнөһөнә лә ишектәр асыҡ.
Президент күптән түгел булып уҙған һайлауҙарға ла туҡталды, беҙҙә уның тыныс шарттарҙа үтеүен билдәләне.
Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, Башҡортостан һәр йәһәттән дә лидер булырға тейеш, бөгөн өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе – инфраструктураны яҡшыртыу, торлаҡ төҙөү, юлдар һалыу. Инвесторҙар йәлеп итеү тәңгәлендә лә йылдамыраҡ булырға кәрәк.
Аҙаҡтан Президент Рөстәм Хәмитов журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Илдар АҠЪЮЛОВ.