Яңы урынбаҫарҙар раҫланды17.01.2013
Яңы урынбаҫарҙар раҫландыБашҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең бойороғо менән Азат Кәлимуллинды республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләне. Әлегә тиклем ул Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары булып эшләгән, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Кәлимуллин Азат Мостафа улы Күмертау ҡалаһында тыуған. Юғары белемле — Башҡорт дәүләт университетын һәм Өфө дәүләт сервис институтын тамамлаған, юрист һәм иҡтисадсы квалификацияларына эйә. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Күмертау ТЭЦ-ында электр слесары булып башлай. 1992—2004 йылдарҙа Рәсәй Һалымдар һәм йыйымдар министрлығының Күмертау ҡалаһындағы инспекцияһында дәүләт һалым инспекторы, баш дәүләт һалым инспекторы, етәксе урынбаҫары була. 2004 йылдан 2008 йылға тиклем — Федераль һалым хеҙмәтенең Күмертау ҡалаһындағы 17-се район-ара инспекцияһы начальнигы. 2011 йылдан әлегә тиклем Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары вазифаһында эшләгән.

* * *
Яңы урынбаҫарҙар раҫландыРеспублика Президенты сираттағы бойороғо менән әлегә тиклем “Эфир” ТРК-һына етәкселек иткән Сергей Клименконы республиканың Туризм буйынса агентлығы етәксеһе урынбаҫары итеп тәғәйенләне.

Клименко Сергей Михайлович 1981 йылда Өфөлә тыуған. Юғары белемле — Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған, маркетолог квалификацияһына эйә.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2002 йылда “Вся Уфа” продюсерлыҡ үҙәгендә хәбәрсе булып башлай. 2004 — 2008 йылдарҙа “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының үҫеш редакцияһына етәкселек итә. 2009 йылдан әлегә тиклем “Эфир” телерадиокомпанияһы директоры була.


Вернуться назад