Тәбиғәтте һаҡлау — уртаҡ хәстәребеҙ17.01.2013
Башҡортостан Хөкүмәтендә Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылын ойоштороу комитетының тәүге ултырышын республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ойоштороу комитеты рәйесе Эрнст Исаев алып барҙы.
Экологик именлек — дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә: “Имен тәбиғи мөхиткә хоҡуҡ — кешенең төп конституцион хоҡуҡтарының береһе. Уны тормошҡа ашырыу — киләсәк быуындар алдындағы уртаҡ бурысыбыҙ”, — тип белдергәйне.
— Башҡортостан Президенты экология өлкәһендәге төп йүнәлештәрҙе билдәләне, — тине Эрнст Исаев. — Улар иҫәбенә экологик хәлде күҙәтеүҙең заманса кимәленә күсеү, тирә-яҡ мөхит мәсьәләләренә предприятиеларҙың ҡарашын үҙгәртеү, эшҡыуарҙарҙы тәбиғәтте һаҡлауға йәлеп итеү, халыҡтың экологик мәҙәниәтен үҫтереү, йәмәғәт хәрәкәттәре менән үҙ-ара тығыҙ бәйләнеште ойоштороу инә. Быны ведомство-ара хеҙмәттәшлек юлы менән тормошҡа ашырырға мөмкин.
Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев ултырышта ҡатнашыусыларҙы Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылының төп саралар планы менән таныштырҙы. Планда дөйөм ойоштороу эштәре, тәбиғәтте һаҡлау, ошо өлкәләге норматив хоҡуҡ базаһын камиллаштырыу, хеҙмәттәшлекте үҫтереү, башҡарма дәүләт власы органдарының, урындағы үҙидараның, предприятие һәм ойошмаларҙың эшмәкәрлеген көйләү, шулай уҡ экологик белемде тәрәнәйтеү кеүек саралар ҡарала.
Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе Борис Мелкоедов әйтеүенсә, “Башинформ” агентлығы сайтында Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арналған бүлек асыласаҡ. Ул сараларҙы тормошҡа ашырыу барышы тураһындағы материалдарҙы бер урынға туплау мөмкинлеген бирергә тейеш. Бынан тыш, республика һәм район гәзиттәрендә тәбиғәтте һаҡлауға арналған рубрикалар асыласаҡ.
— Төп бурыс — тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү, халыҡтың экологик мәҙәниәтен үҫтереү, — тип һүҙен йомғаҡланы Эрнст Исаев.