Яҡшы эштәр артасаҡ!16.01.2013
Кисә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашлығында мәрхәмәтлелек мәсьәләләре буйынса Республика Советының ултырышы булды. Унда Советтың былтырғы эшенә йомғаҡ яһалды, 2013 йылға пландар билдәләнде.

Рөстәм Зәки улы былтырғы эшмәкәрлекте дөйөм алғанда ыңғай баһаланы.
— Советтың күп кенә башланғыстары республиканың яңы закондарына нигеҙ булды. Хәҙер мәрхәмәтлек эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүселәр өсөн ташламалар бар, һалым льготалары, финанс, мәғлүмәт ярҙамы буласаҡ, — тине Рөстәм Хәмитов.
Былтыр был йүнәлештә эшләүсе йәмәғәт ойошмалары әүҙемләшкән, бизнес-структуралар, ябай кешеләр, башҡалар бәләһенә битараф булмаусылар арта. Ҙур тәбиғәт ҡазалары булһа ла, халыҡ ситтә ҡалмай, ҡулынан килгәнсә ярҙам итә.
Рөстәм Хәмитов фекеренсә, хәҙер баш ҡала ғына түгел, ә республиканың башҡа район һәм ҡала йәштәре лә мәрхәмәтлелек, волонтерлыҡ эшенә әүҙем ҡушыла. Мәҫәлән, “Яҡшы эштәр эшләйбеҙ” республика марафонында дәррәү ҡатнашалар. “Был бик заманса ҡараш, күңел талабы булараҡ ҡабул ителә. Йәмғиәтебеҙҙең әхлаҡи һауығыуы тураһында һөйләй”, — тине республика башлығы.
Кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы Фәрит Ғилманов һәм башҡалар сығыш яһаны.


Вернуться назад