2013 — ҙур төҙөлөштәр йылы16.01.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенең быйылғы тәүге оператив кәңәшмәһен үткәрҙе. Унда төбәк етәксеһе 2012 йылға йомғаҡ яһаны һәм киләсәккә бурыстар ҡуйҙы.
Ул демография күрһәткестәренә туҡталды. Һандар Башҡортостандағы социаль өлкәнең уңышлы үҫеүе хаҡында һөйләй.
— Былтыр Башҡортостанда 58,5 меңдән ашыу бала тыуған. 1991 йылдан алып был — иң яҡшы һөҙөмтә, — тине Президент.
Республика башлығы сәнәғәт етештереүенең артыуын һәм 2011 йыл менән сағыштырғанда тулайым эске продукттың байтаҡҡа үҫеүен билдәләне. 2012 йылдың 1 декабренә сәнәғәт етештереүе күләме элгәре йылға ҡарата 105,5 процент тәшкил иткән. Был һан бер йыл эсендә 105-106 процентҡа етер тип күҙаллана. Һөҙөмтә насар түгел. Яҡынса иҫәп-хисап буйынса, тулайым төбәк продукты 1 триллион һумдан ашыу буласаҡ.
Башҡортостандың инвестиция йәлеп итеү ҡеүәһенең артыуы ла былтырғы уңыштар иҫәбенә индерелде.
— Инвестиция эшмәкәрлеге буйынса әлегә алдынғы төбәктәр иҫәбенә инмәйбеҙ, шулай ҙа тәүге тиҫтәләбеҙ. Был насар түгел, сөнки ике йыл элек кенә 30–40-сы урындарҙа бара инек, — тине Рөстәм Хәмитов.
Башҡортостан Президенты әйтеүенсә, 2013 республикала ҙур төҙөлөштәр йылына әүерелергә тейеш. Һүҙ ҡайһы бер сәнәғәт предприятиелары, 2015 йылда Өфөлә үтәсәк Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы менән БРИКС саммиттары объекттарын, Паралимпия үҙәген төҙөү хаҡында бара.