Тәҡдимдәр иҫәпкә алынды15.01.2013
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары “Мәғариф тураһында”ғы федераль закон проекты буйынса Рәсәйҙең Дәүләт Думаһына йәмғеһе 17 төҙәтмә тәҡдим иткәйне. Уларҙың етеһе ҡабул ителде, ә ҡалғандары закон положениеларын эшләгәндә һәм раҫлағанда иҫәпкә алынды. Документ быйыл 1 сентябрҙә көсөнә инә.

Үрҙә телгә алынған төҙәтмәләр тураһында аныҡлабыраҡ әйткәндә, 9-сы статьяның 1-се өлөшөндәге 3-сө пункт республика парламентарийҙары тәҡдим иткәнсә ҡалдырылды һәм урындағы ҡаҙнаға субвенция бүлеү юлы менән муниципаль мәктәптәрҙә балаларға өҫтәмә белем биреү хоҡуғын нығытты. Бында хеҙмәт хаҡын түләүгә, әсбаптар, ҡулланмалар, уҡытыу кәрәк-яраҡтары, уйынсыҡтар алыуға сығымды дәүләт иҫәбенә ҡаплау тураһында һүҙ бара.
Шулай уҡ Башҡортостан закон сығарыусыларының дәүләт аккредитацияһына эйә булған шәхси мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында белем биреүҙе финанс яғынан тәьмин итеү тәҡдиме хупланды. Күҙаллауҙарынса, телгә алынған учреждениеларға аҡса нормативтарға ярашлы төп белем биреү программаларын тормошҡа ашырырлыҡ күләмдә бүленәсәк. 22-се статьяның 5-се өлөшөн Башҡортостан депутаттары биш айырым бүлеккә тарҡатырға тәҡдим иткәйне. Һүҙ – муниципаль әһәмиәттәге мәғариф ойошмаһын яңынан ойоштороу йәки бөтөрөү тәртибен анығыраҡ һәм теүәлерәк билдәләү тураһында. Документтың үҙенсәлеге шунда: бығаса ғәмәлдә булған тәртипте һаҡлап ҡалып, белем биреү учреждениеһын ябыу тураһында ҡарар ҡабул иткәндә урындағы халыҡтың да фекерен иҫәпкә алыу. Федераль парламент был тәҡдимде лә хупланы.
48-се статьяның 9-сы бүлеге лә Башҡортостан парламентарийҙары тәҡдим иткән редакцияла бирелгән. Унда ауыл ерендә йәшәүсе һәм эшләүсе педагогтарҙың торлаҡҡа бәйле сығымдар өсөн компенсация алыу хоҡуғы нығытыла. Федераль мәғариф ойошмаларында эшләүселәрҙең сығымдарын ҡаплау ил ҡаҙнаһының ассигнованиелары аша тормошҡа ашырыла, ә Рәсәй субъекттарының һәм муниципалитеттарҙың белем биреү учреждениеларында эшләүселәргә – төбәк бюджеты иҫәбенә.
Шулай уҡ республика депутаттарының айырым категорияға ҡараған граждандарҙы уҡыуға имтиханһыҙ ҡабул итеү тураһындағы төҙәтмәһе иҫәпкә алынды. Был физик мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың льготаларын һаҡлау маҡсатында эшләнә.


Вернуться назад