Торлаҡ мәсьәләһе ҡыҙыҡһындырһа...15.01.2013
— Биш айлыҡ эш осоронда "Торлаҡ ополчениеһы" сайтына 1300-ҙән ашыу мөрәжәғәт килгән, — тип хәбәр итте беҙгә проект авторҙарының береһе Илгиз Кәлимуллин. — Шуларҙың 900-ө йорттарҙы төҙөкләндереү мәсьәләһенә ҡағыла.

Әйткәндәй, сайтты Өфөнән юрист Вадим Беляков, программист Сергей Нечаев, дизайнер Ярослав Иликбаев, инженер Илгиз Кәлимуллин эшләгән. Порталда торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа бәйле көнүҙәк хоҡуҡи мәғлүмәттәр — закондар, норматив акттар, санитария нормалары, үтәү сроктары тупланған. Юристар киң таралған проблемаларҙы хәл итеү алымдарын аңлата. Ғариза һәм ялыу өсөн бланктар, шулай уҡ Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы сайтындағы "Халыҡ контроле" рубрикаһына мөрәжәғәт итеү формаһы бирелгән.
— Сайт Рәсәйҙең Торлаҡ кодексы нигеҙендә эшләнде, — тине Вадим Беляков. — Ниндәйҙер мәсьәләне хәл итеү, һорауға яуап эҙләү өсөн документтар аҡтарып ултырыуҙың кәрәге юҡ, сайтта төрлө закондарға һылтанмаларҙы файҙаланып, тулы аңлатма бирелә. Мәғлүмәт базаһы даими яңыртыла.
Илгиз Кәлимуллин әйтеүенсә, идарасы ойошмалар Өфө халҡы менән сайт аша аралашырға ашыҡмай. Әүәлгесә ҡаршылыҡтарҙы ҙур тырышлыҡ менән үтергә тура килә. Ә бына Өфө хакимиәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге күҙәтеү органдары, киреһенсә, халыҡтың башланғысын хуплай, булышлыҡ итә.
— Күп фатирлы йорттарҙағы мәсьәләләрҙе хәл итеү менән генә сикләнеп ҡалмаясаҡбыҙ, — тине программист Сергей Нечаев. — Киләһе йыл ҡалалағы бүтән проблемаларҙы яйға һалыу өсөн дә ошондай уҡ сайт асырға ниәтләйбеҙ.


Вернуться назад