Шамил Абдраҡов – мәҙәниәт министрының яңы урынбаҫары12.01.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов әлегә тиклем Салауат музыка колледжына етәкселек иткән Шамил Абдраҡовты Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары итеп тәғәйенләү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Абдраҡов Шамил Фаил улы 1980 йылда Мәләүездә тыуған. Салауат музыка училищеһын, унан һуң Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлаған, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында юрист һөнәренә уҡыған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2004 йылда Мәләүез районы һәм ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегендә белгес булып башлай. Артабан ошонда уҡ йәштәр эштәре комитеты рәйесе, мәҙәниәт бүлеге начальнигы була. 2012 йылдан — Салауат музыка колледжы директоры.


Вернуться назад