Дуҫтар! Һеҙҙе борсоған һорауҙарға танылған юрист Таһир МАНСУРОВ яуап бирә. Уға мөрәжәғәт итеү өсөн һорау@mail.ru электрон адресына хат яҙып ебәрергә йәки телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (272-35-20) шылтыратырға мөмкин.
Бурысым тынғы бирмәй
— Танышымдан байтаҡ ҡына аҡса алып торғайным, әле ҡайтара алмайым. Хәҙер ул янай башланы, имеш, приставтар килеп, барлыҡ мөлкәтемде алып китәсәк. Миңә бер ниндәй рәсми иҫкәртеү яһалмайынса, ул быны эшләй аламы?
Әүхәт, Бөрйән районы.
— Суд приставтары хеҙмәтенә хөкөм ҡарары нигеҙендә генә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Тимәк, бурысҡа аҡса биреп торған кеше иң тәүҙә йәшәгән урынығыҙ буйынса судҡа ғариза бирергә тейеш. Был осраҡта һеҙгә суд ултырышы үтәсәк көн һәм ваҡыт күрһәтелгән белдереү ҡағыҙы ебәрергә бурыслылар. Кәңәшем шул: даими теркәлгән урынығыҙ буйынса һеҙгә ҡарата суд ҡарары булыу-булмауын асыҡлағыҙ. Мәғлүмәтте судтың сайтынан да табырға була.
Түләргә мөмкинлегем юҡ... — Эш буйынса сит илдә оҙайлы командировкаламын, ошо сәбәпле коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләргә мөмкинлегем юҡ. Эшемдән сит илдә булыуым тураһында белешмә алып ебәргәйнем, әлбиттә. Аҡсаны ваҡытында түләмәгән өсөн коммуналь хужалыҡ ойошмаһы тарафынан миңә ҡарата сара ҡабул ителә аламы, һәм ул ниҙән ғибәрәт?
Вадим, Өфө ҡалаһы.
— Һаумыһығыҙ, Вадим. Әлбиттә, был ЖЭУ тарафынан иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ. Улар коммуналь хеҙмәттәр өсөн ваҡытында түләмәгәнгә пеня өҫтәй ала. Ни өсөн тигәндә, торлаҡ хужаһының өйөндә булмауы уны торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн түләүҙән азат итмәй. Шулай ҙа өйөгөҙҙә оҙаҡ йәшәмәүегеҙ сәбәпле һыуыҡ һәм эҫе һыу, электр һәм газ өсөн түләүҙе яңынан иҫәпләтә алаһығыҙ. Был торлаҡ хужаһының өйөндә нисә көн булмауынан сығып һанала (киткән һәм ҡайтҡан көндәре иҫәпләнмәй). Һеҙгә ЖЭУ-ға ғариза яҙырға кәрәк, уның менән бергә өйҙә тормауығыҙҙы дәлилләүсе документтар булһын (билеттар, ҡунаҡхана квитанциялары, эш урынынан белешмә һәм башҡалар). Һеҙҙе коммуналь хеҙмәттәр өсөн хаҡтың бер өлөшөнән, шул иҫәптән сүп-сар түгеү, ихатаны йыйыштырыу, лифтты файҙаланыу өсөн түләүҙән һ.б. азат итергә тейештәр. Башҡа осраҡтарҙа түләү ваҡытында башҡарылырға тейеш.