Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ошо көндәрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Хөкүмәте менән “Райффайзенбанк” араһында республикаға 25 миллион АҠШ доллары күләмендә кредит биреү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Килешеү бер йылға төҙөлдө. Кредит аҡсаһы Башҡортостан Республикаһы ҡаҙнаһында 2012 йылға ҡаралған йүнәлештәргә тотоноласаҡ. Документҡа Башҡортостандың финанс министры Рузалия Хисмәтуллина менән “Райффайзенбанк” идараһы ағзаһы Патрик Батлер ҡул ҡуйҙы.
Халыҡ-ара финанс баҙарына Башҡортостан тәүге тапҡыр 1998 йылда сыҡты. Ул осорҙа республикаға “Эйч-Эс-Би-Си” һәм Мәскәү халыҡ банкы кредит биргәйне. Әлеге килешеү — иҫәп буйынса ун дүртенсеһе. Барлыҡ финанс йөкләмәләрен республика ваҡытында һәм тулыһынса үтәй.
Республиканың ышаныслы заемсы булыуын юғары кредит рейтингтары ла раҫлай. Агентлыҡтар республикалағы иҡтисади үҫеште, бюджеттың яҡшы үтәлешен, менеджменттың юғары кимәлдә булыуын билдәләй. Ҡайһы бер күрһәткестәр буйынса Башҡортостан Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан һәм Ханты-Манси автономиялы округынан ғына ҡалыша. Юғары халыҡ-ара рейтингтар сит ил кредит ойошмалары менән бәйләнештәрҙе үҫтереүгә генә түгел, шулай уҡ эске баҙарҙа ла заем аҡсаһын йәлеп итеү шарттарын яҡшыртыу мөмкинлеген бирә. Мәҫәлән, Башҡортостан 2001 йылдан сығарған дәүләт эске заемдары облигацияларының дөйөм суммаһы 5 миллиард һум булды.
Л. ИҪӘНҒОЛОВА.