Яҙғы сессияға бурыстар билдәләнде10.01.2013
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа яҙғы сессияға әҙерләнеү мәсьәләһе буйынса кәңәшмә үтте.

— Бөгөн республика парламентында яҙғы сессия асыла, Президиумдың, даими комитеттарҙың һәм Секретариаттың эше тулыһынса яңыртыла, — тине парламент Рәйесе Константин Толкачев. — 2012 йыл Дәүләт Йыйылышы депутаттары өсөн республика ҡануниәтен әүҙем камиллаштырыу осоро булды. Ул Башҡортостанда Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы, Рәсәйҙә Тарих йылы булараҡ хәтерҙә ҡалды. Дөйөм алғанда, парламент ҡуйылған маҡсаттарға өлгәште. Ғәмәлдәге Башҡортостан Республикаһы закондары төбәгебеҙҙең эҙмә-эҙлекле социаль һәм иҡтисади үҫешенә булышлыҡ иткән мөһим фактор булып ҡала. Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Зәки улы Хәмитов үҙенең йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә киләсәккә эштең дөйөм стратегик йүнәлештәрен билдәләне. Беҙҙең маҡсат — Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы бурыстарын иҫәпкә алып, республикалағы тормоштоң бөтә өлкәләрен артабан да эҙмә-эҙлекле үҫтереүҙе тәьмин итеү.
Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт берекмәләре өлкәһендәге закон сығарыу эшмәкәрлеге көсөргәнешле булмаҡсы. Муниципаль хеҙмәткә ҡағылған закон акттарына үҙгәрештәр индереү йәһәтенән етди эш көтә. Федераль ҡануниәттәге яңылыҡтарҙы иҫәпкә алып, Һайлау тураһындағы кодексҡа үҙгәрештәр индереләсәк.
Парламентарийҙар “Башҡортостан Республикаһында бюджет-ара мөнәсәбәттәр тураһында”ғы Законға үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы, “2012 йылға Башҡортостан Республикаһы бюджеты үтәлеше тураһында”ғы һәм “2012 йылға Башҡортостан Республикаһының Мотлаҡ медицина страховкаһы территориаль фонды бюджеты үтәлеше тураһында”ғы закон проекттарын ҡараясаҡ.
Халыҡты һәм биләмәләрҙе ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау, янғын хәүефһеҙлеге һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү өлкәһендәге мөнәсәбәттәрҙе көйләгән закондарға мөһим үҙгәрештәр индереләсәк. Шулай уҡ күп фатирлы йорт төҙөлөшөнә аҡса һалған граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса тейешле закон проекты ҡараласаҡ.
Республика парламенты Рәйесе әйтеүенсә, социаль өлкәләге ҡануниәтте үҫтереү өҫтөнлөклө булып ҡала. Адреслы социаль ярҙам күрһәтеү, опека һәм попечителлек органдарының эшмәкәрлеге, шәхси медицина ярҙамы, граждандарҙың һаулығын һаҡлау тураһындағы закондарға үҙгәрештәр индереү — Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың яҡын киләсәккә бурыстары иҫәбендә. Халыҡтың мәнфәғәтен һәм ихтыяжын ентеклерәк өйрәнеү, тупланған тәжрибәне дөйөмләштереү, ғаиләне, әсәлекте, балалыҡты, ветерандарҙы һәм пенсионерҙарҙы яҡлауҙың дәүләт гарантияларын арттырыу маҡсатында закон сығарыу инициативаһы хоҡуғы субъекттары менән үҙ-ара эшмәкәрлек дауам итәсәк.


Вернуться назад